Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65 ↓

EUR 69.07 ↑

23 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

Президент тренерға рәхмәт белдерҙе

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Федерацияһының саңғы уҙыштары һәм биатлон буйынса атҡаҙанған тренеры Әмир Ғүмәровҡа тәрбиәләнеүселәренең юғары ҡаҙаныштары менән ҡотлап телеграмма ебәрҙе. Ҡотлауҙа шулай тиелә:

«Хөрмәтле Әмир Әбүбәкир улы!

Һеҙҙе Канадала Х ҡышҡы Паралимпия уйындарында тәрбиәләнеүселәрегеҙ – биатлон һәм саңғы уҙыштары буйынса ярыштарҙа алтын миҙалдар яулаған Ирек Зариповтың һәм биатлон буйынса алтын миҙал яулаған Кирилл Михайловтың юғары спорт ҡаҙаныштары менән ихлас ҡотлайым!

Һеҙҙең профессиональ оҫталығығыҙ, уҡыу-күнекмә процесын һәм тәрбиәүи эште һөҙөмтәле ойоштора белеүегеҙ спортсыларға Рәсәй Федерацияһының спорт абруйын нығытыуға тос өлөш индерергә ярҙам итте.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм бөтә Рәсәй даны хаҡына яңынан-яңы спорт ҡаҙаныштары теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть