10 декабрь, Шәмбе

19 март 2010 йыл, 11:12

Етем балаларҙы диспансеризациялау планы 2009 йылда тулыһынса үтәлгән

автор: Елена Макушина

В 2009 йылда республиканың 56 район һәм ҡалаһында стационар учреждениеларҙағы етемдәрҙе һәм ауыр хәлдә тороп ҡалған балаларҙы диспансеризациялау үткәрелгән. Был турала «Башинформ» агентлығына БР Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәлиҙә Шакирова хәбәр итте.

17 йәшкә тиклемге 10615 бала диспансеризацияланырға тейеш булған, шуларҙың 568-е — дүрт йәшкә тиклемге балалар.

Медицина тикшереүе 144 учреждениела — һаулыҡ һаҡлау системаһының 3 сабыйҙар йортонда, мәғариф системаһындағы 96 балалар йортонда һәм мәктәп-интернатында,  45 халыҡты социаль яҡлау учреждениеһында үткәрелгән.

«Башҡортостан Республикаһы буйынса 2009 йылға иҫәпләнгән диспансеризациялау планы тулыһынса үтәлгән, — тине Рәлиҙә Муса ҡыҙы. – Диспансеризация үткәреүгә түләүҙәр башҡарыу өсөн Федераль мотлаҡ медицина страховкалау фондынан 25 миллион һумдан ашыу аҡса күскән».

Диспансеризация һөҙөмтәләре балаларҙың сәләмәтлек торошонда негатив күренештәр булыуын асыҡланы, тип билдәләне министр урынбаҫары.  

Сәләмәт балалар иҫәбе 4 проценттан артмай. Бер балаға уртаса ике-өс ауырыу тура килә. «Был күрһәткестәр  Рәсәй Федерацияһы күрһәткестәре менән тап килә», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәлиҙә Шакирова.

Асыҡланған ауырыуҙар структураһында беренсе урында психиканың ҡаҡшауы һәм үҙ-үҙен тотошо үҙгәреүе тора (19,3%), икенсе урында  – һөйәк-мускул системаһы һәм тоташтырғыс туҡыма ауырыуҙары (12,6 %), өсөнсөлә — аш һеңдереү ағзалары ауырыуҙары (12,2 %).

Етем балаларҙа асыҡланған ауырыуҙар иҫәбен билдәләүсе һан республика буйынса балалар ауырыуҙарының дөйөм күрһәткесенән 4,5 процентҡа юғарыраҡ.

Шуның менән бергә, 2008 йыл менән сағыштырғанда был кимәл 24 процентҡа түбән һәм был, үҙ сиратында, алып барылған реабилитацион сараларҙың һөҙөмтәлелеге хаҡында һөйләй, тине Рәлиҙә Муса ҡыҙы.