9 декабрь, Йома

19 март 2010 йыл, 10:52

Нефть, газ һәм төҙөлөш сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре профсоюзы эшкә йомғаҡ яһаны

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рәсәй нефть, газ сәнәғәте һәм төҙөлөш хеҙмәткәрҙәре профсоюзы Республика ойошмаһының Профсоюздар йортонда үткән IX отчет-һайлау конференцияһында унда ҡатнашыусылар үҙ тармаҡтарының уҙған биш йылдағы эшенә йомғаҡ яһаны.

БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, конференцияла 185 делегат ҡатнашты. Улар рескомдың яңы составын, шулай уҡ нефть, газ сәнәғәте һәм төҙөлөш хеҙмәткәрҙәре республика профсоюз ойошмаһының ревизия һәм мандат комиссиялары ағзаларын һайланы.

темалар: профсоюздар