11 декабрь, Йәкшәмбе

19 март 2010 йыл, 10:35

Йәштәр сәләмәт йәшәү рәүешен һайлай

автор: Юлия Антипина | фото: Мирон Доровских

Өфөнөң Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға йүнәлтелгән йәштәр сараһы үтте.

— Бындай сараны беҙ икенсе тапҡырына үткәрәбеҙ, – ти ойоштороусыларҙың береһе Илдар Сафин. – Был сараның маҡсаты – сәләмәт йәшәү рәүешен модаға индереү һәм уға мөмкин тиклем күберәк йәштәрҙе ылыҡтырыу. Беҙ наркотиктар һәм алкоголь ҡулланмаҫҡа саҡырып яҙылған дискылар, гәзиттәр, буклеттар таратабыҙ. Беҙҙең башланғысыбыҙ ғалимдарҙа һәм йәмәғәт ойошмаларында, ә иң мөһиме, Башҡортостан йәштәрендә яҡлау тапты.

Сараны ойоштороусы булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ярҙамында “Әбйәлил йәштәре” ижтимағи хәрәкәте – “Йәштәр – айыҡ Рәсәй өсөн!” Бөтә Рәсәй ижтимағи хәрәкәтенең республика бүлексәһе сығыш яһаны.

Бынан алдағы сара “йәшел йылан”ға ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгәйне. Был юлы ойоштороусылар ғаилә тәрбиәһе мәсьәләләренә күберәк иғтибар бирҙе.

— Кешенең характеры һәм ғәҙәттәре тап ғаиләлә формалаша, – тип һөйләй был осрашыуҙа ҡатнашыусы Ләйсән Ялмурзина. – Бала өсөн ата-әсә өлгөһө бик мөһим. Мин үҙем эсмәйем, тартмайым, наркотиктар ҙа ҡулланмайым. Тап шуға күрә беҙҙең ғаиләлә барыһы ла сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара.

Сараның форматын ойоштороусылар ток-шоу булараҡ билдәләне. Уның программаһында — табиптар лекциялары, музыкаль һәм хореографик номерҙар, алкоголдең зыяны тураһында видеороликтар күрһәтеү, викториналар, залдағы тамашасылар менән интерактив эш.  

Ток-шоу аудиторияһы – өлкән класс уҡыусылары һәм студенттар. Сара ике телдә – рус һәм башҡорт телендә үткәрелде.

Ойоштороусылар, тәүге сараға килеүселәрҙең күбеһе был юлы ла килде, тип билдәләй. Был бик мөһим — йәш әбйәлилдәр хәрәкәтте дөйөм республика хәрәкәте итеп яһарға һәм уның сафына йәштәрҙең төрлө ҡатламдарын йәлеп итергә ынтыла.