9 декабрь, Йома

19 март 2010 йыл, 10:28

Ирек Ниғмәтуллин 14 ветеранға юбилей миҙалдары тапшырҙы

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө ҡала Советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллин кисә «Газ-сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең «Уфа-газ» филиалында эшләгән ветерандарға һәм тыл хеҙмәтсәндәренә «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалдарын тапшырҙы.

— Бөгөн беҙ уҙған быуаттағы иң афәтле һуғыштың ауырлыҡтарын иңдәрендә күтәргән кешеләрҙе хөрмәтләйбеҙ, — тине ул. – Яу яланында ҡан ҡойған, тылдағы хеҙмәте менән еңеүҙе яҡынайтҡан, һуғыш йылдарында хәрби батырлығы һәм фиҙакәр хеҙмәте менән беҙҙе, киләһе быуынды тыныс күк йөҙө менән тәьмин иткән, азат йәшәргә һәм хеҙмәт итергә мөмкинлек биргән кешеләрҙе тәбрикләйбеҙ.  

Юбилей наградаларын ҡала Советы башлығы ҡулынан 14 кеше алды, һәм уларҙың һәр береһенә Ирек Ниғмәтуллин йылы һүҙҙәр тапты. Был кешеләрҙе ауыр һуғыш йылдары ғына түгел, предприятиела үткән оҙайлы хеҙмәт юлы ла берләштерә.

Бындай бүләкләү тантаналары яҡын арала ҡаланың башҡа предприятиелары һәм ойошмаларында ла үтәсәк. Дөйөм алғанда май аҙағына тиклем Өфөлә йәшәүсе 27 мең ветеранға миҙал тапшырыласаҡ. Бынан тыш, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы алдынан ҡалала ветеран һәм тыл хеҙмәтсәнәдеренең йәшәү шарттарын яҡшыртыу буйынса әүҙем эштәр алып барыла. Миҫал өсөн, 2009 йылда торлаҡ шарттарын Өфөлә  236 ветеран яҡшыртҡан. Уҙған йылда Өфөлә ҡала Советы депутаттарының әүҙем ҡатнашлығында ветерандар йәшәгән йорттарҙа ремонт башланған. Был эштәр әле лә дауам итә. Бынан тыш, ветерандарҙың медицина тикшереүе лә әүҙем алып барыла. Бөгөн бындай диспансеризацияны өс меңдән ашыу кеше үткән.

темалар: ветерандар