7 декабрь, Шаршамбы

20 март 2010 йыл, 16:00

Һөнәри байрамығыҙ менән!

автор: “Башинформ”

21 мартта сауҙа тармағы, халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереүе өлкәһе һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй. Ошо айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов ҡотлау ебәрҙе.

“Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым!

Һеҙҙең көсөргәнешле көндәлек хеҙмәтегеҙ республиканың бөтә халҡына лайыҡлы тормош шарттары булдырыуға булышлыҡ итә.

Бөгөн сервис индустрияһы иҡтисадтың даими үҫешеүсе секторы, инвестициялар йәлеп итеүҙең, яңы технологиялар индереүҙең мөһим каналы булып тора. Ваҡлап һатыу сауҙа әйләнеше һәм көнкүреш хеҙмәтләндереүҙәре күләме буйынса республика илдә һәм Волга буйы федераль округында алдынғы позициялар биләй.

Торлаҡ-коммуналь комплекстың өҙлөкһөҙ эшләүе, ҡала һәм ауылдарҙы һыу, йылы менән ышаныслы тәьмин итеү, башҡа төрлө хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү иҡтисад һәм социаль өлкә өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыу буйынса программаларҙы тормошҡа ашырыу арҡаһында республикала 539 күп фатирлы йорт ремонтланған, авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү иҫәбенә 10 меңдән ашыу граждан үҙ торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан.

Әүҙем тормош позицияһын һаҡлап, үҙ тәжрибәһен һәм белемен йәштәр менән теләп уртаҡлашҡан ветерандарға айырыуса ҙур хөрмәтемде белдерәм. Был социаль мөһим тармаҡтар хеҙмәткәрҙәре киләсәктә лә кешеләрҙең көнкүрешен һәм йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса яуаплы бурыстарҙы лайыҡлы хәл итер, республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерер, тип ышанам.

Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм бөтә Рәсәй именлеге хаҡына эшегеҙҙә яңынан-яңы уңыштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов”.