9 декабрь, Йома

19 март 2010 йыл, 9:15

Арыу-талыу белмәҫ Ирек Зарипов сираттағы паралимпия “алтын”ын яуланы

автор: Дмитрий Слезин

Ванкувер ҡалаћында үткән X Паралимпия уйындарында башҡорт спортсыћы Ирек Зарипов дүртенсе “алтын” миҙал яуланы. Уистлерҙа 10 километрға дистанцияла саңғы уҙыштары буйынса паралимпия ярыштарында “ултырыусы” спортсылар категорияһында ул иң яҡын эҙәрлекләүселәренән бер минуттан ашыуға алдараҡ килде.

“Көмөш” призер итальян Энцо Масиелло Зариповтан бер минут туғыҙ секундҡа ҡалышты. Белорус Дмитрий Лобан, дүрт тапҡыр чемпиондан бер минут 13 секундҡа ҡалышып, «бронза» призер булды.

Был Уйындарҙа Рәсәй йыйылма командаһының туғыҙ юғары наградаһынан башҡортостандар иҫәбендә – алтауһы.