9 декабрь, Йома

18 март 2010 йыл, 17:20

Өфө депутаттары үҫентеләрҙе һаҡлау ҡағиҙәләрен раҫланы

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө ҡала Советы депутаттары ҡала биләмәһендәге ағастарҙы һәм йәшел үҫентеләрҙе һаҡлау һәм тергеҙеү буйынса яңы ҡағиҙәләрҙе раҫланы.

Ҡағиҙәләр ҡалала урман хужалығын алып барыу, газондарҙы тәрбиәләү, йәшел үҫентеләр эргәһендә төҙөлөш эштәрен ойоштороу тәртибен һәм уларҙы боҙған өсөн яуаплылыҡ формаһын регламентлай.

Төҙөүселәргә ағастар эргәһендә эштәр алып барыуға ҡарата айырыуса ҡаты талаптар ҡуйыла. Төҙөлөш зонаһындағы һәр ағас ике метр бейеклегендәге, олононан кәмендә ярты метр алыҫлыҡта өсмөйөш формаһында урынлаштырып, инвентарь щиттар менән кәртәләп алынырға тейеш. Ә ағастарҙың тамыр системаһын һаҡлау өсөн бындай “өсмөйөш” кәмендә биш сантиметр ҡалынлығындағы таҡталарҙан 1,5 метр радиуста һалынырға тейеш.

Йәшел үҫентеләргә ҡул һуҙыусылар ҙа тулы яуап бирәсәк. Мәҫәлән, Өфө территорияһындағы һәр ҡырҡылған йәки зарарланған ағас өсөн ғәйеплегә штраф һалынасаҡ. Олоно дүрт сантиметрға тиклем диаметрлы ағас өсөн – 228 һум. Ә ошондай уҡ шыршы өсөн – 666. 24-28 сантиметр диаметрлы ҙур ағас өсөн өс мең һумдан ашыу түләргә тура киләсәк. Ә ошондай уҡ ылыҫлы тоҡом ағасы өсөн – 7351 һум. Газондарҙы, ҡыуаҡлыҡтарҙы, сәскәлектәрҙе боҙған өсөн дә ошоға оҡшаш яза биреүҙәр ҡаралған. Йәшел зоналарҙы бысратҡан, плакаттарҙы, әйтәйек, “Газондар буйлап йөрөмәҫкә!” тигән яҙыулы табличкаларҙы боҙған өсөн дә яуап бирергә тура киләсәк, уларҙы тәртипкә килтереү хаҡын бишләтә күләмдә ҡапларға тейештәр.