8 декабрь, Кесе йома

18 март 2010 йыл, 16:58

ӨДАТУ милли тикшеренеү университеты исеменә дәғүә итә

автор: Эльмира Сабирова

Өфө дәүләт авиация техник университеты милли тикшеренеү университеты исеменә икенсе конкурста ҡатнаша.  

«Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяровтың хәбәр итеүенсә, Өфө дәүләт авиация техник университеты производствоға яңы заманса технологиялар иҫәптәрен әҙерләү һәм индереү, шулай уҡ был инновацияларҙы индереү һәм уңышлы ҡулланыуға һәләтле кадрҙар әҙерләү буйынса яңы программаһы менән таныштырған.

— Еңеүгә ӨДАТУ-ның бар мөмкинлектәре ла бар, — тип иҫәпләй Зиннәт Абдулла улы. —2006 йылда был юғары уҡыу йорто федераль инновациялар программаһы конкурсында бер тапҡыр еңеп сыҡҡайны инде. Ул ваҡытта проектты ғәмәлгә ашырыуға улар 600 миллион һум алды.

Был конкурсҡа килгәндә иһә, министр әйтеүенсә, ул бик абруйлы.

— «Милли тикшеренеү университеты» статусын алған юғары уҡыу йорто үҫеш программаһын ғәмәлгә ашырыуға федераль бюджеттан 1,8 миллиард һумға тиклем аҡса ала, — тип асыҡлыҡ индерҙе Зиннәт Аллаяров.

Хупланған заявкаларҙы РФ Мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко етәкселегендәге конкурс комиссияһы ҡараясаҡ. Йәшерен тауыш биреү юлы менән комиссия еңеүсе уҡыу йорттары төркөмөн билдәләйәсәк, улар артабан Милли тикшеренеү университеты категорияһын биреүгә РФ Хөкүмәтенә тәҡдим ителәсәк.  

Милли тикшеренеү университеты статусы юғары уҡыу йортона 10 йылға бирелә. Әгәр уның үҫеш программаһын ғәмәлгә ашырыу нәтижәһеҙ тип табылһа, университет был исемдән мәхрүм ителәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2009 йылда үткән беренсе конкурс йомғаҡтары буйынса РФ Хөкүмәте ҡарары менән бындай категория 14 юғары уҡыу йортона бирелгән.

темалар: мәғариф