10 декабрь, Шәмбе

18 март 2010 йыл, 16:37

Силәбенең «Трактор» тренерына Быков менән Захаркинға ярҙам итергә тәҡдим иттеләр

автор: Дмитрий Слезин

"Спорт-Экспресс" мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостан баш ҡалаһында "Салауат Юлаев" һәм Рәсәй йыйылма командаһы тренерҙары Вячеслав Быков менән Игорь Захаркин Силәбе «Трактор»ы етәксеһе Андрей Назаровҡа НХЛ (Төньяҡ Америка һәм Канада Милли хоккей лигаһы) буйынса Рәсәй милли командаһы тренеры булырға тәҡдим иттеләр. Назаров был тәҡдимде шатланып ҡабул итте.

Андрей Назаров НХЛ-да, шулай уҡ түбәнге лигаларҙа сығыш яһаусы беҙҙең океан арты легионерҙарын күҙәтеп барасаҡ.

Быков, Захаркин һәм Назаров араһында рәсми килешеүгә ҡул ҡуйыу Рәсәй Хоккей федерацияһы башҡарма комитеты ултырышынан һуң үткәрелергә тейеш.