3 декабрь, Шәмбе

18 март 2010 йыл, 16:16

Профсоюздар балалар лагерҙарына пуутевкалар хаҡын индексларға тәҡдим итә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Профсоюздар балалар һауыҡтырыу лагерҙарына путевкаларҙың 2009 йылда билдәләнгән хаҡтарын 8,3 процентҡа индексларға тәҡдим итә. «Башинформ» агентлығына БР Пофсоюздар федерацияһының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, балаларҙың йәйге ялын ойоштороу буйынса республика ведомство-ара комиссияһының киңәйтелгән ултырышында был тәҡдимде БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары Ленара Иванова уҡып ишеттергән.  

Был сараға инфляция сәбәпсе. Һәм ул ҡабул ителгән осраҡта баланың һауыҡтырыу учреждениеһында булған бер көнө 425 һумға төшәсәк. Был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам һорап, профсоюздар республика Хөкүмәтенә мөрәжәғәт иткән.

Шулай уҡ, Ленара Иванованың әйтеүенсә, профсоюздар балалар лагерҙарының матди базаһы туҙыуына, белгестәр һайлап алыу буйынса кадрҙар эшенә һәм быйылғы йылда финанслау схемаһы үҙгәреү сәбәпле, балалар ялына Социаль страховкалау фонды менән 2009 йылда бүленгән 595 миллион һум урынына быйыл 400 миллион һум ғына йүнәлтергә планлаштырыуҙарына борсолоуын белдерә. Бынан тыш, республика профсоюздары сәнәғәт предприятиелары менән балалар һауыҡтырыу лагерҙары эшен ойоштороуға ҡулланылған электр энергияһына тарифтарҙы кәметергә тәҡдим итә.

темалар: профсоюздар