4 декабрь, Йәкшәмбе

18 март 2010 йыл, 16:14

Федераль дәүләт статистика хеҙмәте етәксеһе менән осрашыу

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте | фото: Айрат Нурмухаметов

18 мартта Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Башҡортостан дәүләт статистика хеҙмәтенең 175 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнашыу өсөн Өфөгә килгән Федераль дәүләт статистика хеҙмәте етәксеһе Александр Суринов менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Осрашыуҙа Федераль  дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы эшмәкәрлеге мәсьәләләре ҡаралды, 2010 йылда үткәреләсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек барышы тикшерелде.

Мортаза Рәхимов, Башҡортостанда Федераль  дәүләт статистика хеҙмәте территориаль органы менән хеҙмәттәшлеккә ҙур иғтибар бирелә, тип билдәләне.  Уның фекеренсә, ведомство эшмәкәрлеге республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерә. Мортаза Рәхимов, дәүләт статистика органдары эшендә яҡшы яҡҡа үҙгәреш күҙәтелә, тип иҫәпләй: хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһы күтәрелә, өр-яңы мәғлүмәт технологиялары үҙләштерелә.

Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙең Йыйылма ойоштороу планы ҡаралды. Росстат етәксеһе, халыҡ иҫәбен алыу кампанияһын ойоштороу буйынса Башҡортостанстат тәжрибәһе тулыһынса ҡулланыласаҡ һәм республикала халыҡ иҫәбен алыу юғары кимәлдә үтәсәк, тигән ышаныс белдерҙе.

Осрашыуҙа Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең халыҡ һәм һаулыҡ һаҡлау статистикаһы идаралығы начальнигы Ирина Збарская, Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Евгений Евтушенко, Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе Әкрәм Ғәниев ҡатнашты.