Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

«Профсоюз дисконт картаһы» мөмкинлектәре артты

Иҡтисад

«Профсоюз дисконт картаһы» проекты мөмкинлектәрен арттырҙы. «Башинформ» агентлығына БР Профсоюздар федерацияһының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, республика профсоюз ойошмалары ағзалары хәҙер бындай карта ярҙамында түләүле стоматология хеҙмәттәрен ҡулланғанда ташламалар алыу мөмкинлегенә эйә.  Бынан тыш, әлеге ваҡытта проектҡа ҙур банктарҙың береһен йәлеп итеү мәсьәләһе хәл ителә, унда профсоюз ағзалары ташламалы кредитлау менән файҙаланасаҡ, тип күҙаллана.  

«Профсоюз дисконт картаһы» проекты республикала быйыл февралдә старт алды. Проектта ҡатнашыусы компанияларҙың хеҙмәттәрен һәм тауарҙарын ташламалар менән алыу уның төп маҡсаты иҫәпләнә. Бындай тауарҙар һәм хеҙмәттәр иҫәбенә бөгөн аҙыҡ-түлек продукттары, АЗС-та яғыулыҡ ҡойҙороу, бөҙрәхана һәм туристик фирмалар хеҙмәттәре инә. Проектта ун биштән ашыу компания ҡатнаша, уларҙың иҫәбе артабан арта ғына барасаҡ.

Хеҙмәткәрҙәргә «Профсоюз дисконт картаһы» предприятие һәм ойошмаларҙың профкомдарында бирелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть