11 декабрь, Йәкшәмбе

18 март 2010 йыл, 15:25

Эшҡыуарҙар тыйылған ҡатнашмаларҙы тапшырырға ашыҡмай

автор: Елена Макушина

Башҡортостанда Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә 2010 йылдың 22 ғинуарынан алып тыйылған тартыу ҡатнашмалары әйләнешен иҫкәртеү буйынса эш алып барыла. 1 мартҡа БР буйынса Наркоконтроль идаралығы тарафынан 27 грамдан ашыу тартыу ҡатнашмалары тартып алынған. 32 енәйәтселек факты буйынса 22 кешегә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Рәсәй Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы полиция генерал-лейтенанты Валерий Кокин билдәләүенсә, аромамикстар әйләнешен тыйыу законлы көскә ингәнгә тиклем тартыу ҡатнашмалары менән һатыу итеүсе бер эшҡыуар ҙа уларҙы үҙ теләге менән килтереп тапшырманы. Был уларҙың аралашсылар йәки Интернет селтәре аша йәшерен һатыуға иҫәп тотоуҙарын раҫлай.