9 декабрь, Йома

18 март 2010 йыл, 14:49

2010-2012 йылдарға сит илдә кадрҙар әҙерләү программаһы раҫланды

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы өсөн, иҡтисад һәм социаль өлкәнең төп тармаҡтары талаптарына ярашлы, сит илдәрҙә кадрҙар әҙерләү, ҡайтанан әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреүҙең һөҙөмтәле системаһын булдырыу маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовтың Указы менән 2010-2012 йылдарға сит илдәрҙә кадрҙар әҙерләү, ҡайтанан әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреүҙең Президент программаһы раҫланды.

Указға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағында Сит илдәрҙә кадрҙар әҙерләү, ҡайтанан әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү буйынса комиссия төҙөлдө.

Указ менән республика Президенты ҡарамағындағы Сит ил белем биреү һәм фәнни үҙәктәрендә кадрҙар әҙерләү, ҡайтанан әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү буйынса комиссия тураһында Положение һәм уның составы, Сит ил белем биреү һәм фәнни үҙәктәрендә уҡытыу өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты гранттары биреүгә дәғүәселәрҙе конкурс һайлап алыуы тураһында Положение раҫланды.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә Президент программаһы сараларын финанслауҙы тәьмин итергә, шулай уҡ 2010 йылдың 1 майына тиклем сит илдәрҙә кадрҙар әҙерләү, ҡайтанан әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү өсөн Башҡортостан бюджетынан бүленгән средстволарҙы тотоноу һәм иҫәпкә алыу тәртибен әҙерләргә һәм раҫларға ҡушылды.

Указдың үтәлешенә контроллек итеү Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенә йөкмәтелде.

Указ ҡул ҡуйған көндән алып көскә инде.