Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанстат республиканың социаль-иҡтисади үҫеше хаҡында

Иҡтисад

Башҡортостанстат республиканың ғинуар-февраль айындағы социаль-иҡтисади үҫешенең төп күрһәткестәрен иғлан итте.

Мәҫәлән, ике ай йомғаҡтары буйынса ойошмалар әйләнеше 233 миллиард 95,1 миллион һум тәшкил итте – былтырғы ошо уҡ күрһәткескә ҡарата 126,3 процент. Үҙҙәрендә етештерелгән тауарҙар тейәп оҙатыу, үҙ көстәре менән эштәр башҡарыу, хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеү 147,3 миллиард һумлыҡ тәшкил итте (134,1%).

Эшмәкәрлектең «Төҙөлөш» төрө буйынса башҡарылған эштәр күләме – 6,18 миллиард һумлыҡ (102,8%). Ауыл хужалығында 9,2 миллиард һумлыҡ продукция етештерелгән (102,2%).

Ике айҙа 122,4 мең квадрат метр дөйөм майҙан менән торлаҡ йорттар файҙаланыуға тапшырылған (104,5%).

Республикала транспорт йөк әйләнеше 29,4 миллиард тонна-километр тәшкил иткән (101,9%).

Ваҡлап һатыу сауҙа әйләнеше – 52,98 миллиард  һум (103,9%), йәмәғәт туҡланыуы – 2,26 миллиард һум (97,6%). Халыҡҡа күрһәтелгән түләүле хеҙмәтләндереүҙәр күләме – 21,9 миллиард һум кимәлендә (102,5%).

Ҡулланыу хаҡтары һәм тауарҙарға, хеҙмәтләндереүҙәргә тарифтар индексы ғинуар-февраль йомғаҡтары буйынса – 102,8%. Сәнәғәт тауарҙары етештереүселәрҙең хаҡтар индексы – 103,7%.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть