Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Башҡортостан паралимпиясыларын ҡотланы

Сәйәсәт

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Ванкуверҙағы Паралимпия уйындары еңеүселәренә –  биатлон буйынса Кирилл Михайловҡа, шулай уҡ саңғы уҙыштары һәм биатлон буйынса Уйындар чемпионы Ирек Зариповҡа ҡотлау ебәрҙе.

Кирилл Михайловҡа ҡотлауҙа шулай тиелә:

— Хөрмәтле Кирилл Андреевич!

Һеҙҙе X Паралимпия ҡышҡы уйындарында еңеүегеҙ менән ҡотлайым. Алтын миҙал –Һеҙҙең талантығыҙ һәм ныҡышмаллығығыҙ өсөн лайыҡлы награда. Чемпион титулы яулап, Һеҙ бөтә Рәсәй көйәрмәндәренә матур бүләк яһанығыҙ. Һеҙгә яңынан-яңы уңышлы старттар һәм тик яҡшылыҡтар ғына теләйем!

Ирек Зариповҡа ҡотлауҙа:

— Хөрмәтле Ирек Айрат улы!

Һеҙҙе X Паралимпия ҡышҡы уйындарында һоҡланғыс сығыш яһауығыҙ менән ҡотлайым. Ҡаһарманлығығыҙ һәм оҫталығығыҙ арҡаһында Һеҙ ике тапҡыр почет пьедесталының юғары баҫҡысына күтәрелдегеҙ, Ванкуверҙа Рәсәй өсөн беренсе Паралимпиада «алтын»ын яуланығыҙ.

Һеҙҙең триумф илебеҙҙең бөтә спортсылары өсөн сағыу өлгө буласаҡ, тип ышанам. Һеҙгә яңынан-яңы ҡаҙаныштар һәм иң изге теләктәр!

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть