3 декабрь, Шәмбе

18 март 2010 йыл, 11:53

Өфөлә башҡорт парламентының 15 йыллығына арналған ғилми-ғәмәли конференция асылды

автор: Сергей Захаров

БР Дәүләт Йыйылышы Йортонда “Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай: Башҡортостан Республикаһы закондар сығарыу системаһы 15 йыл аяҡҡа баҫыу һәм үҫеш юлында” темаһына ғилми-ғәмәли конференция башланды.

Унда дәүләт һәм муниципаль власть органдары, Федерация Советы ағзалары һәм Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһы депутаттары, ғалимдар, хоҡуҡ белгестәре, дин әһелдәре, йәмәғәтселек, көс структуралары вәкилдәре ҡатнаша.

Төп «Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы һәм хоҡуҡ системаһы» доклады менән башҡорт парламенты спикеры Константин Толкачев сығыш яһаясаҡ.

Форум сиктәрендә закондар сығарыу эшмәкәрлеге менән бәйле башҡа төрлө һорауҙар ҙа ҡараласаҡ. Атап әйткәндә, Рәсәй сәйәси системаһын модернизациялау шарттарында төбәк парламентында үҙгәрештәр перспективаһы хаҡында, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау өлкәһендә социаль сәйәсәт үҫешенең төп йүнәлештәре, закондар сығарыу нигеҙендә рухи-әхлаҡи үҫеш, намыҫ азатлығын тәьмин итеү, төрлө йүнәлештәр буйынса төбәк ҡануниәте үҫеше һәм аяҡҡа баҫыуының башҡа төрлө аспекттары тураһында һүҙ алып барыласаҡ.

Бөгөн 15 дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре республика парламентының юғары наградаһына лайыҡ булған. БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Почет билдәһе һәм Маҡтау грамотаһы менән Башҡортостан ҡануниәте үҫешенә индергән өлөшө, әүҙем ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлектәре билдәләнгән.  Өс кешегә республиканың социаль-иҡтисади үҫеше һәм милли мәғариф өлкәһендә өлгәшкән уңыштары өсөн рәхмәт белдерелгән һәм парламент спикерынан Рәхмәт хаты тапшырылған.