4 декабрь, Йәкшәмбе

18 март 2010 йыл, 11:11

Башҡортостанда 369 ойошманың сертификацияланған сифат менеджменты системаһы бар

автор: Рәсул Хәмиҙуллин

2010 йыл башынан алып Башҡортостандың 369 предприятиеһында сертификацияланған сифат менеджменты системаһы булдырылған. Был турала Башҡортостан Республикаһы Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификациялау үҙәгенең коллегияһы ултырышында уның етәксеһе Амран Моратшин хәбәр итте.

Республика предприятиелары өсөн сифат менеджменты системаһын әҙерләү һәм индереү үҙәк эшмәкәрлегенең бер өлөшө һәм стандартлаштырыу бүлеге эшенең төп йүнәлеше иҫәпләнә.

Ә БР Стандартлаштырыу һәм метрология үҙәгенең үҙенең менеджмент сифаты системаһына килгәндә иһә, 2009 йылда уның документтары 2008 йылдан индерелгән ИСО 9001 стандартының яңы версияһына ярашлы үҙгәртеп эшләнгән. Үҙәк тәүгеләрҙән булып яңы версия стандарты талаптарына ярашлылыҡҡа сифат менеджменты системаһын ҡайтанан сертификациялауҙы уңышлы үткән.