4 декабрь, Йәкшәмбе

18 март 2010 йыл, 11:05

Башҡортостан экспозицияһы «Интурмаркет-2010» күргәҙмәһендә юғары баһа алды

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан экспозицияһы 13 марттан 16-һына тиклем Мәскәүҙә «Крокуc-Экспо» күргәҙмә комплексында барған «Интурмаркет-2010» V халыҡ-ара туристик күргәҙмәһе йомғаҡтары буйынса биш иң яҡшы экспозиция иҫәбендә билдәләнде.

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмәгә килеүселәрҙең иғтибарын бигерәк тә Нефтекама автозаводы продукцияһы — Нидерландтарҙың VDL компанияһы менән берлектә сығарылған уңайлы «НефАЗ» туристик автобусы йәлеп итте. Европа кимәлендәге был автобустың үҙенсәлеген һәм Рәсәй туриндустрияһы өсөн уның әһәмиәтлелеген Башҡортостан экспозицияһын килеп ҡараған рәсми кешеләр: Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Анатолий Ярочкин, Рәсәй Федерацияһы спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры урынбаҫары Олег Рожнов, БМО Бөтә донъя туризм ойошмаһының башҡарыусы директоры Золтан Шомоги, Федерация Советы һәм РФ Дәүләт Думаһы вәкилдәре һәм башҡалар ҙа билдәләне.

Күргәҙмәлә республика делегацияһын етәкләүсе БР йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрының беренсе урынбаҫары Кинйә Күскилдин әйтеүенсә, Золтан Шомоги менән Олег Рожнов беҙҙең төбәктең ҙур потенциалын һәм инвестицион йәлеп итеүсәнлеген юғары баһаланы.

Башҡортостан экспозицияһы менән таныштырыу сиктәрендә күргәҙмәгә килеүселәр турбизнес мөмкинлектәре менән таныша һәм төбәктең үҙенсәлеген баһалай алды. Теләгәндәр ҡымыҙ, бөтә донъяға билдәле башҡорт балы, сәк-сәк, йылҡы итенән ашамлыҡтарҙан ауыҙ итте һәм милли кейем коллекцияларын ҡараны.

Форум йомғаҡтары буйынса үткәрелгән тантаналы ҡабул итеүҙә БР Спорт министрлығына Анатолий Ярочкин күргәҙмәлә эште ойоштороуға ижади ҡараш өсөн Туризм буйынса Федераль агентлыҡ дипломын тапшырҙы.