6 декабрь, Шишәмбе

18 март 2010 йыл, 10:24

Стәрлетамаҡ районында иң күп һөт һауыла

автор: Эльвира Латипова

Республикала иң күп һөт бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡ районында һауыла.

Стәрлетамаҡ хужалыҡтарында бөгөн тәүлегенә бер һыйырҙан уртаса 16,3 килограм һөт һауып алына. Уҙған йыл менән сағыштырғанда был 0,9 килограмға күберәк. Бер баш һыйырға йыл башынан алып 1020 килограмм һауым тура килә (уҙған йыл һөҙөмтәһе менән сағыштырғанда плюс 24 килограмм).

БР Ауыл хужалығы консультацияһы үҙәгенә һылтанма менән Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан алып Стәрлетамаҡ районында һауылған һөт 8,25 мең тонна (плюс 192 тонны) тәшкил иткән. Эшкәртеүселәргә был арала 7,038 мең тонна һөт һатылған (плюс 204 тонна).