Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Австралия белгесе Башҡортостан малсыларына консультация бирә

Иҡтисад

Башҡортостанға Австралиянан итле малсылыҡ белгесе Николас Криктон килде. Визитының маҡсаты – махсус һуғымға һимертелгән малды үрсетеү мәсьәләләре буйынса урындағы белгестәргә консультация биреү.

БР Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был көндәрҙә Криктон әфәнде Ейәнсура, Күгәрсен, Мәләүез, Федоровка, Стәрлебаш, Миәкә һәм Туймазы райондары фермаларын ҡарай, унда малсыларға кәңәштәрен бирә. Уны БР Ауыл хужалығы министрлығы, «Башплемсервис» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы, Ауыл хужалығының башҡорт фәнни-тикшеренең институты, БР Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Ауыл хужалығы консультацияһы һәм ветеринар идаралыҡ үҙәге белгестәре оҙатып йөрөй.

Йома көндө Туймазы районында эштәрҙе йомғаҡлау өсөн түңәрәк өҫтәл ойоштороласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть