8 декабрь, Кесе йома

18 март 2010 йыл, 9:59

Башҡортостан парламентына - 15 йыл

автор: "Башинформ"

Был көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай үҙенең 15 йыллығын билдәләй. Ошо айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов парламентарийҙарға ҡотлау ебәрҙе.

“Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе!

Хөрмәтле депутаттар!

Быйыл Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай өсөн – юбилей йылы! Ун биш йыл элек республиканың яңы Конституцияһына ярашлы Башҡортостан дәүләт власының юғары һәм берҙән-бер закондар сығарыу органы эшен башланы.

Ошо йылдарҙа республика парламенты эшмәкәрлегенең ыңғай йомғаҡтары һәм перспективалары хаҡында һүҙ алып барыу мөмкинлеге биргән ҙур юл үтелде. Дүрт саҡырылышта Дәүләт Йыйылышы тарафынан бай закондар базаһы булдырылды, хоҡуҡ ижад итеү процесын ойоштороуҙа ҙур тәжрибә тупланды.

Дәүләт Йыйылышы депутаттары парламентаризмдың иң яҡшы йолаларын арттырыу, уңышлы социаль-иҡтисади үҫеш, йәмғиәт һәм дәүләт институттарын нығытыу, Федераль үҙәк менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр төҙөү һәм, ахырҙа, Башҡортостандың илдәге төп төбәктәрҙең береһе сифатында аяҡҡа баҫыуы өсөн ғәйәт ҙур тырышлыҡ һалды.

Йәмғиәт тормошоноң бөтә өлкәләрендә дәүләт сәйәсәтен закондар менән тәьмин итеү, ҡануниәттең сифаты һәм баланслылығы һәр саҡ иғтибарығыҙ үҙәгендә булды. Был граждандарыбыҙ йәшәйешенең хоҡуҡи һәм ойоштороу нигеҙҙәрен булдырыу, уларҙың йәшәү кимәлен күтәреү буйынса даими, маҡсатҡа ярашлы эш тураһында һөйләй.

Тиҫтә ярым йыл эсендә Дәүләт Йыйылышы федераль закондар сығарыу процесында һәм Рәсәй төбәктәре менән парламент-ара хеҙмәттәшлегендә әүҙем ҡатнашты, дәүләт власы органдары, йәмғиәт структуралары һәм граждандар менән үҙ-ара эш итеүҙең төрлө формаларын һөҙөмтәле файҙаланды.

Күп яҡлап һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙ һөҙөмтәһендә бөгөн Башҡортостан бөтә ил күләмендә лайыҡлы абруй һәм киң танылыу яуланы. Йылдар буйы тупланған профессионализм һәм эшкә һәләтлелек өлгәшелгән уңыштарҙы һаҡлап ҡалырға, яуаплы дәүләт ҡарарҙары ҡабул итергә мөмкинлек бирер, тип ышанам.

Республика Дәүләт Йыйылышы депутаттарын, Секретариат хеҙмәткәрҙәрен иҫтәлекле дата менән ихлас ҡотлайым!

Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, тыуған Башҡортостаныбыҙ хаҡына артабан да һөҙөмтәле эшмәкәрлек теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов”.