9 декабрь, Йома

18 март 2010 йыл, 9:53

Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификациялау үҙәге 2009 йылға йомғаҡтар яһаны

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Метрология нигеҙҙәрен пропагандалауға уҙған йылда ҙур иғтибар бирелгән. Башҡортостан предприятиелары өсөн барлыҡ үлсәү төрҙәре буйынса туғыҙ семинар ойошторолған. Был турала 2009 йылға учреждениеһы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһағанда БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификациялау үҙәге директоры Амран Моратшин һөйләне. Байтаҡ яңылыҡтар үҙләштерелгән, үҙәктең эталон базаһы яҡшыртылған.

—2009 йылда 279-ҙан ашыу үлсәү сараһы берәмеге тикшерелгән, 2008 йыл менән сағыштырғанда был биш процентҡа әҙерәк. Күп осраҡта был метрологик тәьмин итеү өлкәһендә ҡануниәт үҙгәреүе һәм дәүләт контроле кәмеүе менән аңлатыла,  — тине Амран Моратшин.

Башҡа күрһәткестәр буйынса, нигеҙҙә, үргә барыусы динамика күҙәтелә. Үлсәү сараларын һынау, предприятиеларҙың метрология хеҙмәттәрен аккредитациялау, ҡорамалдарын аттестациялау республика иҡтисады өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.  «Башҡортостан Республикаһы Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификациялау үҙәге» федераль дәүләт учреждениеһы тырышлығы менән 38 аналитик һәм 12 һынау лабораторияһы аккредитацияланған.

Республика предприятиеларына сифат менеджменты системаһын әҙерләү һәм индереү үҙәк эшмәкәрлегенең бер өлөшө иҫәпләнә. 2010 йыл башына Башҡортостандың 369 предприятиеһында сертификацияланған сифат менеджменты системаһы булдырылған.  

Үҙәк етәксеһе ағымдағы йылға учреждение эшенең маҡсаттарын да билдәләне. Улар иҫәбенә эшмәкәрлекте киңәйтеү, яңы төр эштәрҙе әүҙем үҙләштереү, үҙәктең техник һәм кадр ресурстарын тулыраҡ ҡулланыу һәм башҡалар инә. Социаль өлкә лә ситтә ҡалмаясаҡ. Йәш ғаиләләргә, ололар һәм инвалидтарға ярҙам итеүҙе дауам итәсәктәр. Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын билдәләгән йылда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары менән осрашыуҙар һәм башҡа төрлө саралар үткәреләсәк.