6 декабрь, Шишәмбе

18 март 2010 йыл, 9:40

РФ субъекттары башлыҡтары Советы ултырышы үтте

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

17 мартта Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ. Рәхимов Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы ҡарамағындағы Рәсәй Федерацияһы субъекттары башлыҡтары Советының ХV ултырышында ҡатнашты. Ултырыш Рәсәй Федерацияһының сит ил эштәре министры С.В. Лавров рәйеслегендә үтте.

Совет эшендә Башҡортостан Республикаһы, Бүрәт Республикаһы, Чечен Республикаһы президенттары, Курск өлкәһе губернаторы, Краснодар һәм Пермь крайҙары, Амур һәм Псков өлкәләре вәкилдәре, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәтенең, Сит ил эштәре министрлығы, Төбәктәр үҫеше министрлығы, Иҡтисади үҫеш министрлығы, Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, БДБ, сит илдәрҙә йәшәүсе ватандаштарыбыҙ эштәре һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса федераль агентлыҡ, Туризм буйынса федераль агентлыҡ, Федераль миграция хеҙмәте һәм Федераль таможня хеҙмәтенең етәксе хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Ултырыш Рәсәй төбәктәренең БМО системаһы халыҡ-ара ойошмалары менән үҙ-ара эш итеүе мәсьәләләренә һәм сит ил граждандарын, сит илдәрҙә йәшәүсе ватандаштарыбыҙҙы Рәсәй юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеүҙе ойоштороу буйынса бурыстарға арналды. Унда ҡатнашыусылар шулай уҡ Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының 2009 йылдың июлендә Мәскәүҙә үткән “Рәсәйҙең көнсығышы һәм Азия-Тымыҡ океан төбәгендә интеграция” кәңәшмәһе тәҡдимдәрен тормошҡа ашырыу барышы хаҡындағы мәғлүмәттәрен тыңланы.

Ултырышта Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ. Рәхимов БМО системаһы ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү тәжрибәһе хаҡында доклад менән сығыш яһаны.

Республика Президенты, Башҡортостан йөҙҙән ашыу сит ил менән сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәр булдырған, тип билдәләне.

— Беҙ инвестицион күркәмлекте арттырыуға, республикаға тышҡы инвестицияларҙы йәлеп итеүгә айырым иғтибар бирәбеҙ. Ошондай шарттарҙа БМО-ның халыҡ-ара ойошмалары менән дә хеҙмәттәшлегебеҙ көсәйҙе, — тине М.Ғ. Рәхимов.

Совет ултырышында ул БМО системаһы халыҡ-ара ойошмаларының төрлө программаларын тормошҡа ашырыу барышында өлгәшелгән һөҙөмтәләр хаҡында хәбәр итте.

Республика башлығы әйтеүенсә, Башҡортостандың ЮНИДО менән хеҙмәттәшлеге ЮНИДО-ның Башҡортостан Республикаһы буйынса интеграцияланған программаһын тормошҡа ашырыуға ярашлы ғәмәлгә ашырыла. Программа сәнәғәткә ярҙам күрһәтеүгә, инвестицияларға булышлыҡ итеүгә, сәнәғәттең тирә-яҡ мөхиткә зарарлы йоғонтоһона контроллек итеүгә йүнәлтелә. Республикала ЮНИДО эксперттарын йәлеп итеп, Благовещен ҡалаһында “Полиэф” комплексы һәм гидроэлектростанциялы Йомағужа һыу һаҡлағысы төҙөлөшө кеүек эре проекттар тормошҡа ашырылды.

— ЮНИДО менән хеҙмәттәшлек илдең һәм республиканың донъя иҡтисади киңлегенә интеграцияһына булышлыҡ итә. ЮНИДО инструментарийын файҙаланып, беҙ республиканан бизнесты, фән ҡаҙаныштарын күпләп талап иткән продукцияны һәм технологияларҙы әкренләп тышҡы баҙарҙарға сығарыуға йүнәлеш аласаҡбыҙ, — тине М.Ғ. Рәхимов.

Республика башлығының фекеренсә, Башҡортостандың ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлеге мәғариф системаһын, мәҙәниәтте, туризмды үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә булды. 2008 йылдың мартында Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында “Башҡортостан: Рәсәй менән 450 йыл бергә” тип аталған республика менән таныштырыу сараһы халыҡ-ара тормошта ҙур ваҡиға булды. Шунда уҡ Башҡортостан Хөкүмәте менән ЮНЕСКО араһында Хеҙмәттәшлек тураһында коммюникеға ҡул ҡуйылды.

2000 йылдан Башҡортостан БМО Үҫеш программаһының Рәсәй Федерацияһындағы вәкиллеге менән хеҙмәттәшлек итә. 2009 йылда программала ҡатнашыу сиктәрендә Башҡортостанда Рәсәйҙә тәүге 2008 йылда Башҡортостан Республикаһында кеше потенциалын үҫтереү тураһындағы төбәк доклады сығарылды. Ул илдә кеше потенциалын үҫтереү индексы буйынса лидерҙарҙың береһе булараҡ, Башҡортостанда кеше үҫешенең көнүҙәк проблемалары буйынса аналитик күҙәтеү рәүешендә әҙерләнгән. Докладта республиканың социаль портреты сағылдырыла. Ул Башҡортостанда социаль яҡланғанлыҡтың илдәге иң юғары кимәлдәренең береһе булыуын раҫлай.

— Республикабыҙ БМО мең йыллыҡ саммиты тарафынан билдәләнгән һәм Рәсәй өсөн яраҡлаштырылған маҡсаттар буйынса ныҡышмалы эшләй, — тине М.Ғ. Рәхимов.

Сергей Лавров Рәсәй төбәктәренең халыҡ-ара ойошмалар менән ғәмәлдәге бәйләнештәрен ыңғай баһаланы. Уның фекеренсә, төбәктәр һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек булдырған. РФ сит ил эштәре министры төбәк башлыҡтарын тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе артабан да киңәйтергә саҡырҙы, ә РФ Сит ил эштәре министрлығы, уның әйтеүенсә, илдең халыҡ-ара позицияларын нығытыуға йүнәлтелгән барлыҡ конструктив башланғыстарҙы яҡларға әҙер.

РФ сит ил эштәре министры Башҡортостан Республикаһын ЮНИДО һәм ЮНЕСКО программаларында иң уңышлы ҡатнашыусы тип билдәләне. Сергей Лавров БМО системаһының халыҡ-ара ойошмалары менән хеҙмәттәшлек буйынса Башҡортостандың ыңғай тәжрибәһен әүҙемерәк файҙаланырға тәҡдим итте. Шулай уҡ халыҡ-ара эшлекле бәйләнештәрҙе яйға һалыуҙа Башҡортостан Президенты М.Ғ. Рәхимовтың шәхси ҡатнашлығы һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Совет шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы субъекттарының оператив фондтар, программалар, шулай уҡ БМО системаһының махсус учреждениелары менән хеҙмәттәшлек перспективаларын ҡараны һәм был мөнәсәбәттәрҙе, Рәсәйҙең халыҡ-ара үҫешкә булышлыҡ итеүсе донор илдәр категорияһына күсеүен иҫәпкә алып, тиң хоҡуҡлы партнерлыҡ юҫығына күсереүҙең маҡсатҡа ярашлылығын билдәләне. Был йәһәттән Рәсәй Федерация субъекттары башҡарма власть органдарының Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы һәм башҡа профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар менән БМО-ның Рәсәй Федерацияһындағы проекттарына экспертиза һәм мониторинг мәсьәләләрендә тығыҙыраҡ координацияһы мөһим роль уйнарға тейеш.

Ултырышта дәүләттәр, Азия һәм Тымыҡ океан төбәге күп яҡлы берекмәләре менән практик эш итеү Рәсәйҙең барлыҡ ҡыҙыҡһынған төбәктәренә ҡағыла, шул иҫәптән Рәсәй — АСЕАН саммитына һәм 2012 йылда АТЭС-та Рәсәйҙең рәйеслегенә әҙерлек менән бәйле.

Тикшерелгән мәсьәләләр буйынса Совет тейешле тәҡдимдәр ҡабул итте.

Белешмә

Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы ҡарамағында Рәсәй Федерацияһы субъекттары башлыҡтары Советы 2003 йылда Дәүләт Советы тәҡдимдәре нигеҙендә һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡушыуына ярашлы ойошторолдо. Совет төбәктәргә халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереүҙә булышлыҡ итергә, шулай уҡ теге йәки был тышҡы сәйәси башланғыстар буйынса тәҡдимдәр әҙерләүҙә уларҙың ҡатнашыу мөмкинлеген тәҡдим итергә тейеш. Советтың рәйесе — РФ сит ил эштәре министры. Ете федераль округтың һәр береһе Совет составына бер төбәк етәксеһен делегат итеп ебәрә. Улар йыл һайын алмашына. Шул уҡ ваҡытта Совет ултырышына уның составына инмәгән  Федерация субъекттары етәкселәре, министрлыҡтар һәм ведомстволар, Рәсәй Федерацияһының сит илдәрҙәге учреждениелары вәкилдәре саҡырыла ала. Совет ҡарарҙары тәҡдим итеү характерына эйә. Субъекттар башлыҡтары Советы рәйесе билдәләнгән тәртиптә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә һәм Президентына Рәсәйҙең тышҡы сәйәси һәм тышҡы иҡтисади стратегияһын тормошҡа ашырғанда иҫәпкә алыу маҡсатында, Совет тарафынан ҡабул ителгән ҡарарҙар тураһында докладтар тәҡдим итә.