3 декабрь, Шәмбе

17 март 2010 йыл, 17:02

“Хәтер ҡыңғырауҙары” патриотик акцияһы башланды

автор: Эльмира Сабирова

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеү сиктәрендә Өфөлә “Хәтер ҡыңғырауҙары” патриотик акцияһы старт алды. Уны Өфөнөң йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты һәм «Индиго» психологик-социаль оҙатыу ҡала үҙәге ойоштора.  

Акцияла балалар баҡсалары, балалар берләшмәләре, үҫмерҙәр клубтары һәм йәштәр үҙәктәре тәрбиәләнеүселәре, уҡыусылар, студенттар, эшләүсе йәштәр ҡатнаша ала.

«Индиго» үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ул дүрт этапта үтәсәк, уның барышында ойошмаларға һәм учреждениеларға Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм Еңеү көнөнә арналған теләктәрен, һүрәттәрен урынлаштырыу өсөн бланкылар өлгөләре тәҡдим ителәсәк. Бөтә килтерелгән материалдар типография ысулы менән рәхмәт белдереү китаптарына индереләсәк. Һуңынан Еңеү көнөн байрам итеүгә арналған тантанала хәтер китаптары ветерандарға, Республика Хәрби Дан музейына, Өфө ҡала һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советына тапшырыласаҡ.

Конкурс материалдары 12 апрелгә тиклем Өфө ҡалаһы,  Шафиев урамы, 12/2, «ИНДИГО» үҙәге, 17-се кабинет адресы буйынса ҡабул ителә.

Бланк өлгөһөн һәм акция шарттары тураһында ентеклерәк мәғлүмәттәрҙе Өфөнөң йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәсми сайтында табырға мөмкин – www.juniorufa.ru.  Телефон: 282-63-00,223-44-49.

темалар: акциялар