Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Сит ил эшселәре хеҙмәтен ҡулланыуҙы көйләү механизмы камиллаштырыуҙы талап итә

Сәйәсәт

—Башҡортостан Республикаһында сит ил эшсе көсөн йәлеп итеү һәм файҙаланыуҙы көйләү механизмын камиллаштырырға кәрәк, — тине БР Хөкүмәте ҡарамағындағы  миграция сәйәсәте буйынса ведомство-ара комиссияһы ултырышында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов.

Был мәсьәлә тап хәҙер, бөтә ил донъя финанс көрсөгө эҙемтәләрен кисергән саҡта, айырыуса актуаль.

— Республика халҡы эшләй алырлыҡ эш урындарын сит ил граждары биләүенә юл ҡуйырға ярамай, — тине Фидус Әғләм улы.

2010 йылда сит ил эшселәрен йәлеп итеүгә квоталар 22000 кешегә тиклем кәметелде. Мәҫәлән, 2008 йылда улар 36000 кеше булһа, былтыр – 29000 кеше.

— Предприятиеларҙы рәсәйҙәр араһынан кадрҙар менән комплектлау өсөн мәшғүллек үҙәктәре эшһеҙ граждандар мәғлүмәттәре базаһына анализ яһап, уларҙы эш биреүселәргә ебәрә, — тине БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы начальнигы Тимерхан Биккинин. – Сит ил эшселәрен йәлеп итергә планлаштырыусы эш биреүселәр үҙҙәре вакансиялар һәм рәсәйҙәр араһынан кадрҙар йыйыу буйынса саралар тураһында мәғлүмәттәрҙе мәшғүллек үҙәктәренә тапшырырға тейеш.

Биккинин әйтеүенсә, был эш биреүселәрҙең үҙ ватандаштарын эшкә урынлаштырыу мәсьәләһендә әүҙемлеге кимәленә анализ яһарға һәм сит ил эшсе көсөн файҙаланыуҙы көйләргә булышлыҡ итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть