10 декабрь, Шәмбе

18 март 2010 йыл, 9:00

Башҡортостанда дәүләт статистика хеҙмәтенең 175 йыллығы менән!

автор: “Башинформ”

Был көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль дәүләт статистика хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары Дәүләт статистика хеҙмәтенең 175 йыллығын билдәләй. Ошо айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Башҡортостанстат коллективы исеменә ҡотлау ебәрҙе. Унда, атап әйткәндә, шулай тиелә:

«Һеҙҙең хеҙмәт эшмәкәрлеге бөгөн республиканың социаль-иҡтисади һәм рухи-мәҙәни үҫешенең, халыҡтың йәшәү кимәле һәм сифаты яҡшырыуының ныҡлы нигеҙе булып тора. Быны көндәлек планлаштырыу һәм идара итеү практикаһы ла раҫлай. Министрлыҡтар, ведомстволар, бөтә тармаҡ предприятиелары, һаулыҡ һаҡлау, фән, мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары дөрөҫ һәм оператив мәғлүмәт талап итә.

Шуныһы ҡыуаныслы, дәүләт статистика органдарының эше һуңғы йылдарҙа сифат яғынан яҡшыра бара. Хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһы эҙмә-эҙлекле күтәрелә. Форматы буйынса төрлө статистик материалдар күберәк сығарыла. Өр-яңы мәғлүмәт технологияларын системалы үҙләштереү бара. Статресурстарҙың байтаҡ өлөшө хеҙмәттең рәсми сайтында ла бирелә.

Һеҙ киләсәктә лә ватан статистикаһының данлы традицияларын дауам итерһегеҙ, үҙ һөнәри бурысығыҙҙы лайыҡлы үтәрһегеҙ, республиканың артабанғы эҙмә-эҙлекле үҫешенә тос өлөш индерерһегеҙ, тип ышанам.

Һеҙгә һаулыҡ, именлек һәм бәхет, тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм бөтә Рәсәй именлеге хаҡына яуаплы эшмәкәрлегегеҙҙә яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов».