10 декабрь, Шәмбе

17 март 2010 йыл, 14:18

«Красноусол» санаторийында статистика буйынса ғилми-ғәмәли конференция

автор: Любовь Колоколова

«Красноусол» санаторийында бөгөн «Статистика һәм йәмғиәт: тарих, хәҙерге заман, үҫеш» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә. Сара быйыл Башҡортостанда билдәләнгән дәүләт статистика хеҙмәтенең 175 йыллығына арнала һәм БР Хөкүмәте, республика Фәндәр академияһы ярҙамында үткәрелә.

Конференцияла власть органдары, Федераль дәүләт статистика хеҙмәте, Росстат территориаль органдары, фән һәм мәғариф учреждениелары вәкилдәре ҡатнаша.

Форумда статистиканың фән булараҡ үҫеш мәсьәләләре, статистиканың дәүләт хеҙмәте булараҡ аяҡҡа баҫыу тарихы, төбәктәрҙең социаль-иҡтисади үҫешен статистик тикшереү проблемалары ҡарала.

Дәүләт статистика хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә ғаилә бюджетына, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға, мәшғүллек проблемаларына ҡағылышлы тикшереүҙәр үткәрә. Башҡортостан статистикаһының бөгөнгө көнө — ул 30 меңдән ашыу статистик күҙәтеү объекты, йылына ингән 120 миллиондан ашыу мәғлүмәтте эшкәртеү һәм анализлау.

Йыл һайын Башҡортостанстат бик күп төрлө статистик материалдар сығара: былар йыйынтыҡтар, белешмәләр, бюллетендар, тематик яҙыуҙар, республика иҡтисадының, социаль өлкәһенең бөгөнгө хәлен һәм үҫешен һүрәтләүсе күҙәтеүҙәр.