5 декабрь, Дүшәмбе

17 март 2010 йыл, 13:38

Санитар бюллетендар конкурсы үткәрелә

автор: Елена Макушина

Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2010 йылдың 1 апреленән 7 июненә тиклем үҙ ведомствоһындағы дауалау-профилактика учреждениелары, санаторийҙар, белем биреү учреждениелары араһында республика санитар бюллетендар смотр-конкурсы үткәрә. Ижади ярыш Республика йылына арнала һәм Бөтә донъя һаулыҡ көнө алдынан үткәрелә, быйыл уның темаһы – «Урбанизация һәм һаулыҡ».

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурс халыҡтың хәбәрҙарлыҡ кимәлен күтәреү, һаулыҡты һаҡлау һәм нығытыу, сәләмәт йәшәү рәүеше тәрбиәләү маҡсаттарында үткәрелә.

Түбәндәге номинациялар иғлан ителде: «Сәләмәт йәшәү рәүеше», «Урбанизация һәм һаулыҡ», «Һаулыҡ» өҫтөнлөклө милли проекты», «Йоғошһоҙ ауырыуҙарҙы профилактикалау», «Йоғошло ауырыуҙарҙы профилактикалау», «Сәләмәт милләт – көслө Башҡортостан».

Конкурстың йомғаҡлау этабы Башҡортостан медицина профилактикаһы үҙәгендә үтәсәк.

темалар: һаулыҡ һаҡлау