9 декабрь, Йома

17 март 2010 йыл, 13:21

Өфөнөң авария-ҡотҡарыу отряды ташҡынға әҙерләнә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөнөң бар хеҙмәттәре лә яҙғы ташҡынға әүҙем әҙерләнә. Әле һаман яуыуҙан туҡтамаған ҡар ҡала биләмәһен һыу баҫыу хәүефен арттыра. Һәр ваҡыттағыса Затон, Шакша, Нижегородка биҫтәләренә, 8 Март ҡасабаһы, Дудкино, Козорез ауылдарына һәм ҡала яны урман хужалыҡтарына айырым иғтибар бүлергә кәрәк. Бынан тыш, Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим йылғаларына сүп-сар һәм һәр төрлө хәүефле матдәләр эләгеү ҡурҡынысы янаған сәнәғәт предприятиелары территорияһында экологик таҙартыу үткәреү талап ителә.

Өфөнөң граждандарҙы һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, авария-ҡотҡарыу отряды ғәҙәттән тыш хәл тыуған осраҡта етеҙ хәрәкәт итеү өсөн даими әҙерлектә тора. Тейешле техника, һыуҙа йөҙөүҙә ҡулланылыусы махсус саралар, энергия менән тәьмин итеүсе резерв сығанаҡтар етәрлек күләмдә. Ташҡында ҡотҡарыу эштәрен үткәргән осраҡта 200 формированиенан торған һәм составында дүрт меңдән ашыу кеше иҫәпләнгән территориаль звенонан өҫтәмә көстәр һәм средстволар йәлеп ителәсәк. Шулай уҡ һыу баҫасаҡ райондарға тейешле күләмдә аҙыҡ-түлек алып барыу планлаштырыла.

Эвакуацияланған халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн Өфөнөң ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү комиссиялары менән мәҙәниәт йорттарында, уҡыу йорттарының дөйөм ятаҡтарында һәм ҡала предприятиеларында 5500 кешегә иҫәпләнгән 57 урынлаштырыу урынын әҙерләү ҡаралған.

темалар: ташҡын