8 декабрь, Кесе йома

17 март 2010 йыл, 12:48

Башҡортостанда санитар бюллетендәр конкурсы үткәрелә

автор: Елена Макушина

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 2010 йылдың 1 апреленән 7 июненә ҡәҙәр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы дауалау-профилактик учреждениелар, мәғариф учреждениелары араһында республика санитар бюллетендәр смотр-конкурсын үткәрә. Ижади ярыш Республика йылына арнала һәм быйыл “Урбанизация һәм сәләмәтлек” темаһын алған Бөтә донъя сәләмәтлек көнө алдынан үтә.  

«Башинформ» агентлығына БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурс халыҡтың мәғлүмәтлеген күтәреү, һаулыҡ һаҡлау һәм нығытыу, сәләмәт тормош образын формалаштырыу маҡсатында үткәрелә.

«Сәләмәт тормош», «Урбанизация һәм һаулыҡ», «Сәләмәтлек» өҫтөнлөклө милли проекты», «Инфекцион булмаған ауырыуҙарҙы профилактикалау», «Инфекцион ауырыуҙарҙы профилактикалау», «Сәләмәт милләт – көслө Башҡортостан» номинациялары иғлан ителгән.

Конкурстың йомғаҡлау этабы Башҡорт медицина профилактикаһы үҙәгендә үтәсәк.

темалар: һаулыҡ һаҡлау