3 декабрь, Шәмбе

17 март 2010 йыл, 12:39

Мортаза Рәхимов субъекттар башлыҡтары Советы ултырышында ҡатнашасаҡ

автор: "Башинформ"

Бөгөн Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы ҡарамағындағы РФ субъекттары башлыҡтары Советының XV ултырышында ҡатнашасаҡ. Сит ил эштәре министрлығы башлығы Сергей Лавров рәйеслегендә үтәсәк ултырышта Рәсәй Федерацияһы субъекттарының БМО системаһының халыҡ-ара ойошмалары менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшереләсәк, Рәсәй вуздарына сит ил граждандарын һәм сит илдәрҙә йәшәүсе ватандаштарыбыҙҙы ҡабул итеүҙе ойоштороу буйынса мәсьәләләр ҡараласаҡ. Шулай уҡ ултырышта “Рәсәйҙең Көнсығышы һәм Азия-Тымыҡ океан төбәгендә интеграция” кәңәшмәһе (2009 йылдың июле) тәҡдимдәрен тормошҡа ашырыу тураһында мәғлүмәт тыңланасаҡ.

Сарала Рәсәй төбәктәре башлыҡтары, Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте,  федераль башҡарма власть органдары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

РФ субъекттары башлыҡтары Советы ултырышында Башҡортостандың халыҡ-ара ойошмалар менән хеҙмәттәшлеге тураһында мәғлүмәт менән Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов сығыш яһаясаҡ.

— ЮНИДО менән хеҙмәттәшлек. Башҡортостан Республикаһының ЮНИДО менән хеҙмәттәшлеге ЮНИДО-ның, 1999 йылда ҡабул ителгән ЮНИДО менән Башҡортостан Республикаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ярашлы, Башҡортостан Республикаһы буйынса Интеграцияланған программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алып барыла. Программа сәнәғәткә ярҙам итеү системаһын булдырыуға, инвестицияларға булышлыҡ итеүгә, сәнәғәттең тирә-яҡ мөхиткә зарарлы йоғонтоһона һәм ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүгә контроллек итеүгә йүнәлтелгән. ЮНИДО эксперттарын йәлеп итеп, республикала бер нисә ҙур проект бойомға ашырылған. Уларҙың иң мөһимдәре –Благовещен ҡалаһында "Полиэф" полиэфир комплексын төҙөү һәм гидроэлектростанцияһы менән Йомағужа һыу һаҡлағысын файҙаланыуға тапшырыу.

— ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлек. 10 йылдан ашыу элек республикала Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты ойошторолғайны. Шул ваҡыттан алып мәғариф һәм фән, мәҙәниәт, милли һәм мәғлүмәт сәйәсәте өлкәһендә байтаҡ ижтимағи мөһим проекттар тормошҡа ашырылды. Уларҙың төп маҡсаты: республиканың күп милләтле халҡының мәҙәни, интеллектуаль һәм белем кимәле үҫешенә булышлыҡ итеү; Рәсәй төбәктәре, сит илдәр һәм ЮНЕСКО партнерҙары менән хеҙмәттәшлек.  

2009 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте бойороғо менән Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссия составына инде.

— БМО-ның Үҫеш программаһында Башҡортостандың ҡатнашыуы. Республиканың БМО Үҫеш программаһының Рәсәй Федерацияһындағы вәкиллеге менән хеҙмәттәшлеге 2000 йылда уҡ башланды.

Программала ҡатнашыу сиктәрендә, 2008 йылда Башҡортостан Республикаһында кешелек потенциалын үҫтереү тураһында Рәсәйҙә беренсе төбәк доклады баҫып сығарыла. Докладта республиканың социаль портреты сағыла, ул Башҡортостан социаль яҡланғанлыҡ кимәле юғары булған төбәктәрҙең береһе булыуын раҫлай.