7 декабрь, Шаршамбы

17 март 2010 йыл, 12:29

Өфөлә «Сауҙа эволюцияһы - 2010» семинары үтә

автор: Любовь Колоколова

25 мартта Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығының конференц-залында бушлай «Сауҙа эволюцияһы — 2010: Персоналдың нәтижәлелеге» практик семинары үтә.

Семинарҙы ойоштороусылар — Башҡорт сауҙа ассоциацияһы, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты ҡатнашлығында «Сауҙа проекты» компанияһы.

Семинар нигеҙендә тәүге тапҡыр персонал менән эшләүҙең аныҡ методикаһы һәм техникаһы тәҡдим ителәсәк. Республиканың иң яҡшы тренерҙары персонал мотивацияһы, адаптация, эшкә ҡабул итеү, персоналдың нәтижәле эшләүен котролләү, шәхси коммуникацион һөҙөмтәлелек темаларына мастер-кластар үткәрә.

Дәрестәр иртәнге 11.00-дән киске 17.00-гә тиклем алып барыласаҡ. Семинар дауамында ҡатнашыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бар һорауҙарға ла яуап аласаҡ.

темалар: семинар, сауҙа