3 декабрь, Шәмбе

17 март 2010 йыл, 12:16

Ирина Збарская: халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары ил өсөн дә, һәр беребеҙ өсөн дә мөһим

автор: Любовь Колоколова | фото: Олег Яровиков

Быйылғы йылдың октябрендә үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек һуңғы фазаһына сыҡты. Иҫәп участкалары, халыҡ иҫәбен алыусыларҙың эше өсөн биналар билдәләнгән, кадрҙар мәсьәләһе хәл ителә. Бер һүҙ менән әйткәндә, барыһы ла халыҡ иҫәбен алыу-2010-ды уңышлы үткәреүгә йүнәлтелгән, — тине «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Росстаттың Халыҡ һәм һаулыҡ һаҡлау статистикаһы идаралығы начальнигы Ирина Збарская.

Журналистар менән осрашыуға  Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы (Башҡортостанстат) етәксеһе Әкрәм Ғәниев та килде. Көндөң тәүге яртыһында Ирина Збарская етәкселегендә Федераль дәүләт статистика хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң Орджоникидзе районында булды, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек барышы менән танышты. Артабан  Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә республиканың баш ҡалаһы мэры Павел Качкаев менән осрашыу үтте, унан һуң Мәскәүҙән килгән ҡунаҡтар 2010 йылдағы халыҡ иҫәбен алыуҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса комиссияның сираттағы  ултырышында ҡатнашты.

«Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Ирина Збарская халыҡ иҫәбен алыуҙың ил өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын, дәүләтебеҙҙең артабанғы үҫешен планлаштырыу, мөһим ҡарарҙар ҡабул итеү, шул иҫәптән демографик сәйәсәткә, пенсия менән тәьмин итеүгә, белем биреү программаларына ҡағылышлы ҡарарҙар ҙа  ошо сараға бәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Быйылғы халыҡ иҫәбен алыуҙың девизы ла юҡҡа “Рәсәйгә һәр беребеҙ мөһим!” кеүек яңғырамай. Ирина Збарская әйтеүенсә, халыҡ иҫәбен алыу менән 650 мең иҫәпсе шөғөлләнәсәк, улар 14 — 25 октябрҙә өй буйынса йөрөп һорау аласаҡ, һәм бының өсөн тәғәйен суммала эш хаҡы аласаҡ.

Ирина Збарская халыҡ иҫәбен алыуҙың бығаса 2009 йылға планлаштырылыуын, ләкин уны үткәреүгә иҡтисади көрсөк ҡамасаулауын билдәләне. Беҙҙең менән бергә быйыл Ҡытай, АҠШ, Бразилия, Мексика илдәре лә халҡы иҫәбен алыуҙы ойоштора.

Билдәле булыуынса, иҫәп алыу анкеталары раҫланған, уларҙы Росстаттың сайтынан ҡарарға мөмкин. Мәғлүмәт һорауға яуап биреүсе кеше һүҙенән яҙып алына, бер документ та талап ителмәй. Бар һорауҙарға ла яуап бирер өсөн (20-нән ашыу һорау) 10 минут самаһы ваҡыт етә.

2002 йылдағы халыҡ иҫәбен алыуҙа биш процент самаһы кеше ҡатнашмаған. Ҡатнашыуҙан баш тартҡан осраҡта фатирҙа йәшәүселәр иҫәбе хаҡында мәғлүмәт ЖЭУ-нан алына һәм өҫтәмә рәүештә енесе, йәше генә күрһәтелә.  

— Мәғлүмәт технологиялары иҫәпселәр һәм статистика органдары эшен күпкә еңеләйтте, — тине Ирина Збарская. – Элек байтаҡ эш ҡулдан башҡарыла ине. Хәҙер махсус электрон карталар, система, таблицалар булдырылған. Халыҡ иҫәбен алыу барышын реаль ваҡыт режимында күҙәтеп барырға мөмкинлек бар. Закон буйынса беҙ халыҡ иҫәбен алыуҙың тәүге яҡынса йомғаҡтарын 2011 йылдың апреленә тиклем халыҡҡа еткерергә бурыслыбыҙ, ләкин төп мәғлүмәттәр (халыҡ иҫәбе, ҡала һәм ауыл халҡы һаны, уларҙың йәше) эшкәртелгәндән һуң ҡуйылып барыласаҡ. Был йомғаҡтар тулыһынса 2013 йылда баҫтырылып бөтәсәк, баҫма күләменең 12 томға етеүе күҙаллана.  

Журналистар алдында сығыш яһап, Әкрәм Ғәниев хәҙерге Башҡортостан территорияһында дәүләт статистикаһы хеҙмәтенә нигеҙ һалыныуына быйыл 175 йыл тулыуын билдәләне. Республика статистика хеҙмәтенең тыуған көнө тип 21 март иҫәпләнә. Республиканың ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади, рухи-мәҙәни үҫеше мәсьәләләрен хәл итеүҙә дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең мөһим роль башҡарыуын иҫәпкә алып, юбилей саралары БР Хөкүмәте ҡарарына ярашлы үткәрелә.