Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

29 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Стәрлетамаҡта "Фин-уғыр гәзите" корпункты ойошторолған

Сәйәсәт

Стәрлетамаҡта дөйөм Рәсәй "Фин-уғыр гәзите"нең кореспондент пункты булдырылды.

Гәзит үҙе 2006 йылдан башлап сығарыла. Уны "Рәсәй Федерацияһының фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһы" дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте башҡарма комитеты менән “Фин-уғыр халыҡтары мәҙәниәтенең Волга буйы үҙәге" коммерция булмаған ассоциацияһы нигеҙләгән. Гәзит рус телендә ай һайын сығарыла һәм уҡыусыларҙы фин-уғыр халҡы йәшәгән төбәктәрҙәге мәғариф, мәҙәниәт, иҡтисад, спорт, фән өлкәһе ҡаҙаныштары һәм проблемалары менән таныштыра.

Гәзит биттәрендә баһалау, һығымта яһау һәм фекер йөрөтөүҙәрҙә киҫкен сығыштарға, самаһыҙлыҡҡа урын юҡ. Шул уҡ ваҡытта ул Рәсәй Федерацияһы субъекттарында һәм сит илдә йәшәгән фин-уғыр этносы һәм этник төркөмдәренең этномәҙәни ихтыяжын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре буйынса аҡыллы бәхәстәр һәм дискуссиялар, һәр төрлө фекер, яңы идеялар һәм концепциялар өсөн һәр ваҡыт асыҡ.                  

Гәзиттең даими рубрикалары иҫәбендә — "Информбюро", "Номер персонаһы", "Аналитика", "Мәҙәниәт һәм мәғариф", "Мираҫ", "Әҙәбиәт", "Дин һәм дин тотоусылар", "Нисек йәшәйһең диаспора?". Гәзит Мордовия, Марий Эл, Коми, Удмуртия, Карелия, Татарстан, Башҡортостан, Сыуашстан республикаларында, Ханты-Мансы һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарында, Пенза, Түбәнге Новгород, Һамар, Һарытау, Ырымбур, Ульяновск, Владимир өлкәләрендә, Мәскәү һәм Санкт-Петербургта таратыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть