Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 69.67 ↓

20 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Халыҡ иҫәбен алыу барышында граждандарҙың да, иҫәпселәрҙең дә хәүефһеҙлеге тәьмин ителәсәк

Иҡтисад

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу яҡынлашҡанда уны үткәреүҙең хәүефһеҙлегенә лә етди иғтибар бирелә. Сер түгел, кешеләрҙең күбеһе халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүгә һағайып ҡарай, өйҙәренә иҫәпселәр урынына һәр төрлө мутлашыусылар инеүенән ҡурҡа.  Граждандар именлеген һәм улар биргән мәғлүмәттең конфиденциаллеген гарантиялау ниәтендә, иҫәпселәргә махсус танытмалар тапшырыла, улар уны паспорты менән бергә күрһәтергә тейеш. Был турала “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Росстаттың Халыҡ һәм һаулыҡ һаҡлау статистикаһы идаралығы начальнигы Ирина Збарская хәбәр итте. Ул шулай уҡ иҫәпселәрҙең үҙҙәренең именлеген тәьмин итеү кәрәклеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шуның арҡаһында урам, йорт һәм подъездарҙы яҡтыртыуға өҫтәмә иғтибар биреләсәк.

Башҡортостанстат етәксеһе Әкрәм Ғәниевтың әйтеүенсә, республикала 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа иҫәпселәргә бәйле криминаль ваҡиғалар күҙәтелмәгән. Ауылдарҙың береһендә шулай ҙа бер иҫәпсегә берәҙәк эт ташланған. Тимәк, бындай мәсьәләне лә хәл итергә кәрәк.

Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлектең һуңғы этабында техник пландағы һорауҙар асыҡлана, халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барыла. Һәм бында, матбуғат конференцияһында билдәләүҙәренсә, киң мәғлүмәт сараларының роле баһалап бөткөһөҙ.

Һорау алыу ваҡытында хаталар китмәһен өсөн, инструкторҙар менән һайлап тикшереү үткәреләсәк. Икенсегә урап сығыу булған хаталарҙы төҙәтергә һәм мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн тикшерергә мөмкинлек бирәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть