9 декабрь, Йома

17 март 2010 йыл, 10:14

Башҡортостан парламентарийҙары күлдәргә хоҡуҡтарын ҡайтарырға ниәтләй

автор: Сергей Захаров

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары республика биләмәһендәге күлдәрҙе үҙ милекселегенә ҡайтарыуға өлгәшергә ниәтләй. Шуның өсөн улар Рәсәй Һыу кодексының һигеҙенсе статьяһына үҙгәрештәр әҙерләне һәм хәҙер төҙәтмәләрҙе Дәүләт Думаһына ебәрергә йыйына.

Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса парламент комитеты рәйесе Франис Сайфуллин хәбәр итеүенсә, ғәмәлдәге закондарға ярашлы бөтә һыулыҡтар, йылға һәм күлдәрҙе индереп, федераль милекселеккә ҡарай. Башҡортостан территорияһында ике меңдән ашыу күл иҫәпләнә. Әммә уларҙың ҡайһы берҙәре генә ҡуртымға тапшырылған. Күбеһе хужаһыҙ булып ҡала. Һөҙөмтәлә улар һайыға һәм бысрана. Ә федераль бюджет был һыулыҡтарҙы тотоуға бер тин дә бүлмәй”.

Дәүләт Йыйылышы депутаты иҫәпләүенсә, күлдәрҙе Рәсәй субъекттары милекселегенә тапшырыу хоҡуҡи коллизияны хәл итергә ярҙам итәсәк һәм, иң мөһиме, экологик шарттарҙа ыңғай сағыласаҡ.

темалар: ҡануниәт