Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡорт шашкасылары Ярославлдә оҫталыҡ күрһәтте

Йәмғиәт

Ярославлдә 19 һәм 16 йәшкә тиклемге егет һәм ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса Рәсәй беренселеге үтте.

Башҡортостан спортсылары оло еңеүгә иреште.

19 йәшкә тиклемгеләр араһында Айнур Шәйбәков (Өфө) һәм Юлиә Вәлиева (Өфө) чемпион исемен яуланы.

«16 йәшкә тиклемгеләр» бүлегендә Айгөл Иҙрисова (Ишембай) еңде.

Максим Мильшин менән Әлиә Әминова (икеһе лә Ишембайҙан), «19 йәшкә тиклемгеләр» төркөмөндә сығыш яһап, “көмөш” миҙалдар алды.  

Ярыш йомғаҡтары буйынса спортсыларыбыҙҙың барыһы ла  1-7 августа Польшала үтәсәк Европа беренселегендә һәм декабргә билдәләнгән Нидерландыла үтергә тейешле донъя беренселегендә ҡатнашыуға хоҡуҡ алды.  

Европа беренселегенә башҡа путевкалар егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында Өфөлә РФ беренселегендә уйнатыласаҡ. Был ярыштар Р.Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында үтәсәк.

Шунда уҡ Ярославлдә 8-13 йәшлек спортсылар араһында рус шашкаһы буйынса РФ беренселеге лә үткәрелде. 10 йәшкә тиклемгеләр араһында 1-се һәм 2-се урынды Марсель Шәрәфетдинов менән Артем Мкртумян (Мәләүездән) яуланы.

Улар икеһе лә апрель аҙағында Херсонда (Украина) үтәсәк Европа беренселегендә ҡатнашыу өсөн РФ йыйылма командаһы составына индерелде.

Теги: шашка
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть