Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

26 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан уҡыусылары “Бәләкәй ватаным” бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша

Йәмғиәт

Шишмә районының Балалар ижады үҙәгенән Артур Андреев менән Лилиә Илюшкина «Бәләкәй ватаным» бөтә Рәсәй конкурсының финалына сыҡты. Ул «Орленок» балалар һауыҡтырыу лагерендә (Краснодар өлкәһе) 1-21 апрелдә үтәсәк.

Республика турында еңеп сыҡҡас, уҡыусылар Мәскәүгә ситтән тороп үткәрелгән турға эштәрен ебәрә һәм финалға саҡырыу ала. Йәш тикшеренеүселәр «Матди булмаған мәҙәниәт» секцияһында сығыш яһаясаҡ. Артур боронғо мордва халҡы байрамы йолалары хаҡында һөйләйәсәк, ә Лилиә  «Традицион башҡорт биҙәүестәре һәм хәҙерге заман» проектын яҡлаясаҡ.

Форум программаһында балалар ижади берекмәләре эше, ял һәм мәҙәни саралар, эҙләнеү-тикшеренеү эшмәкәрлеге планлаштырылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть