10 декабрь, Шәмбе

17 март 2010 йыл, 9:34

Раил Сарбаев Рәсәй мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко менән осрашты

автор: "Башинформ"

Төбәктәрҙең уңышлы үҫеше, инновацион иҡтисад юғары квалификациялы кадрҙарға эйә булыуҙы талап итә. Тап шуға күрә бөгөн Рәсәй мәғариф системаһында институциональ үҙгәртеп ҡороуҙар бара. РФ мәғариф һәм фән министры Андрей Фурсенко менән осрашыуҙа БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һөнәри белем биреү учреждениелары селтәре структураһын үҙгәртеү вариантын ҡарарға тәҡдим итте һәм милли тикшеренеү университеты сифатында Өфө дәүләт авиация техник университеты перспективалары буйынса фекер алышты.

— Беҙ һөнәри белем биреү учреждениелары селтәре структураһын үҙгәртеүҙең кластер вариантын иң ҡулай тип иҫәпләйбеҙ. Ул Башҡортостан Республикаһының фәнни-белем биреү һәм кадрҙар ҡеүәтен һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирәсәк, — тине Премьер-министр.

Эре юғары уҡыу йорттары — Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында күп кимәлле университет комплекстарын төҙөү мөмкинлегенә эйәбеҙ. Төрлө кимәлдәге һөнәри белем биреү учреждениеларын, тармаҡ министрлыҡтарын һәм ведомстволарын, предприятиеларҙы берләштереүсе белем биреү кластерҙары тотош бурыстар комплексын һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирәсәк, тигән фекерҙә Раил Сарбаев. Беренсенән, был кадрҙар әҙерләү структураһын ҡулайлаштыра. Икенсенән, белем сифатын күтәрәсәк, өсөнсөнән, йәш быуын берҙәм комплекс сиктәрендә төрлө кимәлдәге һөнәри белем аласаҡ. Бынан тыш, был Башҡортостан Республикаһындағы иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төп тармаҡтарының инновацион үҫешенә фәнни булышлыҡ күрһәтеү мөмкинлеген бирәсәк.

— Республикала ассоциатив нигеҙҙә төрлө кимәлдәге уҡыу йорттарын берләштереүсе аграр һәм педагогия кластерҙары һөҙөмтәле эшләй, – тине Раил Сәлих улы. – Үрҙә әйтелгән кластерҙарҙы ойоштороуҙың әлеге этабында урта һөнәри белем биреү учреждениеларын үҙгәртеп ойошторорға мөмкин. Мәҫәлән, Өфө дәүләт профессиональ-педагогия колледжын – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына, Өфө авиация техникумын, Өфө дәүләт радиоэлектроника колледжын, Бәләбәй машиналар эшләү техникумын, Нефтекама машиналар эшләү колледжын, Сибай сауҙа-иҡтисад колледжын, Өфө автотранспорт колледжын – Өфө дәүләт авиация техник университетына; Октябрьский нефть колледжын, Октябрьский коммуналь-төҙөлөш техникумын, Салауат индустриаль колледжын, Стәрлетамаҡ химия-технология техникумын – Өфө дәүләт нефть техник университетына; Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжын, Өфө сауҙа-иҡтисад колледжын, Өфө механика-технология колледжын, Мәләүез механика-технология техникумын – Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһына; Өфө статистика, информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы колледжын Башҡорт дәүләт университетына ҡушыу юлы менән, – тине Премьер-министр.

Осрашыуҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты базаһында Педагогик белем биреү үҙәген ойоштороу тураһындағы фекер яңғыраны.

Шуны айырып билдәләргә кәрәк: Андрей Фурсенко менән һөйләшеүҙә тағы ла бер мөһим тема – төбәктә машиналар эшләү профилендәге берҙән-бер юғары уҡыу йорто булған, Рәсәйҙә фән ҡаҙаныштарын күпләп талап итеүсе һәм суперкомпьютер технологиялары өлкәһендә алдынғылыҡты биләгән Өфө дәүләт авиация техник университетының үҫеш перспективалары ҡаралды. Ғәмәлдәге фәнни-етештереү һәм матди-техник база университетҡа инновация өлкәһендә бик күп бурыстарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирә.

Раил Сарбаевтың фекеренсә, был “милли тикшеренеү университеты” категорияһын биреү йәһәтенән юғары уҡыу йорто башланғысын яҡлау өсөн ныҡлы нигеҙ.

— Университет күп тапҡырҙар инде ҡатмарлы системалы мәсьәләләрҙе күтәреүҙә лә, шулай уҡ уларҙы юғары профессиональ кимәлдә хәл итеү һәләте менән дә үҙ мөмкинлектәрен ышаныслы күрһәтте, – тине Премьер-министр. – Улар инновацион программаларҙа ҡатнашыу тәжрибәһенә эйә, ғилми-тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре бар. Бөгөн шуныһы ла мөһим: төп сәнәғәт предприятиелары менән бәйләнештәр яйға һалынған, йәғни теория практика менән тығыҙ бәйләнештә бара.

Бынан тыш, Рәсәй мәғариф һәм фән министры менән кадрҙар мәсьәләләре, республикалағы ике мәктәптең аварияға ҡаршы саралар федераль программаһында ҡатнашыуы мәсьәләләре тикшерелде. Башҡортостандың заявкаһы буйынса Өфө ҡалаһының Дим районында һәм Бүздәк районында мәктәптәргә ремонт талап ителә.