9 декабрь, Йома

17 март 2010 йыл, 9:07

Буласаҡ чемпион-паралимпиясылар әҙерләү үҙәге төҙөргә ниәтләйҙәр

автор: Михаил Сытин

Кисә РФ спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министры Виталий Мутко менән БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев спорт резервын әҙерләү һәм Башҡортостанда спорттың төп төрҙәрен үҫтереү перспективаларын тикшерҙе.

— Республикала спорттың 16 төп төрө үҫтерелә, — тип билдәләне Раил Сарбаев. — Матди-техник базаны үҫтереү Рәсәйҙе халыҡ-ара спорт аренаһында лайыҡлы күрһәтергә һәләтле спортсылар әҙерләү мөмкинлеген бирәсәк.

Осрашыуҙа шулай уҡ Өфөлә спорттың паралимпия төрҙәренә йүнәлтелгән үҙәк төҙөү мәсьәләһе тикшерелде. Спортсыларыбыҙҙың уңыштары юғары әҙерлек кимәлен раҫлай — Паралимпия уйындарының өс көнө йомғаҡтары буйынса Башҡортостан спортсылары Рәсәй йыйылма командаһы яулаған биш алтын миҙалдың дүртеһен алған.