9 декабрь, Йома

17 март 2010 йыл, 9:06

Фармацевтик компаниялар менән килешеп эш иткән табиптарға сара күреләсәк

автор: Елена Макушина

Һуңғы ваҡытта дауалау учреждениелары табиптарының билдәле бер етештереүсе фирмалар һәм дарыухана учреждениелары дарыуҙарына өҫтөнлөк биреүе мәсьәләһе буйынса Росздравнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығына мөрәжәғәттәр йышайған. Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведев иһә федераль дәүләт власы органдарына дарыуҙар әйләнеше өлкәһендә, медицина вәкилдәре менән табиптар араһындағы мөнәсәбәттәргә контролде көсәйтеү бурысын ҡуйҙы.

“Һуңғы ваҡытта дарыу етештереүселәр, иң элек сит ил етештереүселәре, менән ҡайһы бер врачтар араһында ғәҙәти булмаған мөнәсәбәттәр практикаға инде. Табиптарҙың билдәле бер дарыуҙарға һәм дауахана селтәрҙәренә өҫтөнлөк биреүенә бәйле граждандарҙың мөрәжәғәттәре йышайҙы. Пациенттарға ошо фирмалар етештергән препараттарҙы яҙған өсөн фармацевтика компанияларынан аҡса алған айырым табиптарҙың намыҫһыҙлығы һәм законһыҙ эшмәкәрлегенә ҡаршы сара күрелергә тейеш”, — тигәйне  РФ Хөкүмәте рәйесе Владимир Путин былтыр октябрҙә үткән фармацевтика сәнәғәтен үҫтереү буйынса кәңәшмәлә.

Росздравнадзорҙың БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә контроль-күҙәтеү саралары үткәрелгәндә пациенттарҙың дарыуҙар һатып алыу өсөн дарыухана учреждениеһын һайлау хоҡуғын сикләү, рецепт буйынса тәғәйенләнә торған препараттарҙы яҙып биреү ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары асыҡлана, тип билдәләнеләр. Йыш ҡына мотлаҡ раҫланған формалағы рецепт бланкыларында яҙылырға тейешле дарыуҙар дарыухана учреждениеларының йәки етештереүсе предприятиеларҙың реклама ҡағыҙҙарына яҙыла.

Табиптар рецепт буйынса бирелергә тейешле препараттарҙы яҙыу талаптарын боҙа, ә дарыухана учреждениелары хеҙмәткәрҙәре дарыуҙарҙы тейешенсә тултырылған рецептарһыҙ һата. “Дарыуҙарҙың әйләнеше тураһында” закондың табиптар тарафынан дарыуҙы рекламалаған өсөн етештереүсенән аҡса алыуға ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән положениеларының береһендә медицина вәкилдәренә  үҙ продукцияһын рекламалау маҡсатында табиптарға эш ваҡытында һәм эш урынына барыу тыйыла, тип билдәләнә.

“Фармацевтика компаниялары менән килешеү буйынса эш иткән табиптарҙың квалификацияһы юҡҡа сығарыласаҡ йәки улар медицина эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү хоҡуғынан мәхрүм ителәсәк”, — тинеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.