10 декабрь, Шәмбе

16 март 2010 йыл, 17:44

Дүртөйлө районында һыйырҙарҙы чиптар менән иҫәпләйҙәр

автор: Марият Артюхова | фото: Марият Артюхова

Ауыл хужалығы малдарына электрон чиптар ҡуйыу – илебеҙҙең агросәнәғәт комплексында иҫәптең яңы йүнәлеше. Бының менән Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Дүртөйлө районының “Рәсәй” тоҡомсолоҡ заводы шөғөлләнә башлауы ҡыуаныслы. Бөгөн был алдынғы предприятие нигеҙендә республика семинары үтте.  Тоҡомсолоҡ хужалыҡтары етәкселәре һәм белгестәре, ғалимдар бонитировканың төп ауырлыҡтарын, шулай уҡ һыйыр малын үрсетеү һәм ашатыу мәсьәләләрен тикшерҙе. Уҡыуҙың пленар өлөшө 157-се һөнәри лицейҙа үтте. Был уҡыу йорто грант яулап, тоҡомсолоҡ эше буйынса класты заманса ҡорамалдар менән йыһазландырған. Семинарҙың практик өлөшө “Рәсәй” тоҡом заводы фермаларының береһендә ойошторолдо. Ҡатнашыусыларға мал тиреһе аҫтына чип урынлаштырыу һәм махсус сканер менән мәғлүмәт уҡыу процесын күрһәттеләр.  

Республика ауыл хужалығы министрының беренсе  урынбаҫары Николай Коваленконың әйтеүенсә, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы төбәктәр алдына тоҡом малсылығы буйынса электрон мәғлүмәт базаһын булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Иҫәпте ҡайтанан башҡарыу тоҡом малсылығын алып барыуҙың бушаҡ урындарын асыҡ күрһәтәсәк. Был иһә артабан тармаҡты субсидиялауға йоғонто яһамай ҡалмаясаҡ. Һуңғы тикшереүҙәр айырым хужалыҡтарҙа малдарҙың продуктлылығы түбән булып ҡалыуын күрһәткән.  Ҡәнәғәтләнерлек булмаған күрһәткестәр менән дәүләттән финанс ярҙамы тураһында оноторға тура килер. Министр урынбаҫары быҙаулау осоро етеүен хәтергә төшөрҙө, тимәк, уның менән бергә “һөтлө” осор ҙа етә. Был бик яуаплы ваҡыт һәм уға әҙер булырға кәрәк.    

Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Рауил Дәүләтов  малсылыҡта иң мөһиме ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай, тип иҫәпләй. Ул ситтән килтерелгән мал яҡлы түгел. Һәм Дүртөйлө хужалыҡтары – урындағы тоҡомдо үрсетеп, яҡшы артым һәм һөт һауып алыу мөмкинлеген күрһәтеүсе аныҡ миҫал. Рауил Дәүләтов әлеге һәм 16 йыл элгәре билдәләнгән күрһәткестәрҙе сағыштырҙы. Элек районда 20 мең һыйыр аҫралған, ә март уртаһында һуғымға ебәрелгән малдың ауырлығы 48 тонна тәшкил иткән. Бөгөн йәмәғәт секторында 9150 һыйыр бар, ә иткә тапшырыу күрһәткесе – 730 тоннанан ашыу. Барыһы ла аҫрау һәм ашатыуға бәйле. Малдар өсөн рацион ҡандың биохимик анализын, шулай уҡ аҙыҡҡа анализды иҫәпкә алып төҙөлөргө тейеш.  

«Башплемсервис» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы директоры Илдар Сәхәүетдинов малдарға электрон чиптар ҡуйыуҙың әһәмиәтен билдәләне. Чип үҙе бойҙай бөртөгө ҙурлығында ғына. Уны малға бер тапҡыр һәм ғүмере аҙағынаса индерелә. Уны юғалтып булмай. Шулай уҡ чип хәтеренә индерелгән мәғлүмәтте үҙгәртеү ҙә мөмкин түгел. Чип хаҡы – ике йөҙ һум, тире аҫтына индереү өсөн бер нисә секунд талап ителә. Компьютер программаһы йыйып барылған мәғлүмәттәр нигеҙендә теге йәки был тоҡомдо үрсетеүҙең табышлы булыу-булмауын билдәләргә мөмкинлек бирә.