4 декабрь, Йәкшәмбе

16 март 2010 йыл, 17:37

Өфөлә башҡорт бейеүҙәре буйынса семинар-практикум үтәсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Өфөлә башҡорт халыҡ-сәхнә бейеүҙәре буйынса семинар-практикум үтәсәк. Уны Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге БР Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ойоштора.

Сараның етәксеһе – Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Рәфис Хәйруллин хәбәр итеүенсә, эксперттар сифатында семинарға Башҡортостандың танылған мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре: БР Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең ҡуйыусы балетмейстеры Айрат Зөбәйҙуллин, ансамблдең ижади етәкселәре Гүзәл Абсаттарова менән Рим Әбделмәнов, рәссам-модельер Анна Баранова һәм башҡалар саҡырылған.

Сара 18 марттан 20-һенә тиклем Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль базаһында үтәсәк һәм Республика йылына, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналасаҡ.

Семинарҙың төп бурысы булып башҡорт милли мәҙәниәте традицияларын һаҡлау, башҡорт хореография мәктәбенең төп принциптарын быуындан-быуынға тапшырыу тора.

темалар: семинарҙар