9 декабрь, Йома

16 март 2010 йыл, 17:19

Миграция закондарын боҙған өсөн 2500 сит ил кешеһе яуаплылыҡҡа тарттырылды

автор: Елена Макушина

Быйыл 1 марттан 15-енә тиклем Башҡортостан биләмәһендә миграция хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре башҡа ҡыҙыҡһынған ведомстволар вәкилдәре менән бергә үткәргән “Сит ил кешеһе” операцияһы сиктәрендә, сит ил кешеләре хеҙмәте файҙаланылған сәнәғәт производствоһы, ауыл хужалығы, төҙөлөш, сауҙа, көнкүреш хеҙмәтләндереүе һәм транспорт объекттары тикшерелде.

Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2500-ҙән ашыу сит ил гражданы РФ миграция закондарын боҙған өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылды. Башлыса, Рәсәй Федерацияһы биләмәһенә килеү һәм унда йәшәү режимы боҙолған.

Миграция закондарын боҙған өсөн 6 миллион һумдан ашыуға административ штраф һалынған.

Операция ваҡытында 10 енәйәт факты асыҡланды, шул иҫәптән законһыҙ миграция ойошторған өсөн дүрт енәйәт эше ҡуҙғатылды, тағы дүрт енәйәт эше ялған документтар яһап һатҡан өсөн асылды, наркотиктар әҙерләгән һәм һаҡлаған, законһыҙ рәүештә атыу ҡоралы һатып алған һәм һаҡлаған өсөн берәр эш ҡуҙғатылды.

Республика ҡала һәм район судтары тарафынан 92 сит ил гражданына ҡарата Рәсәй Федерацияһынан ситкә ҡыуыу тураһында ҡарар сығарылды.