Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Мортаза Рәхимов Ванкуверҙа Паралимпия уйындарында еңгән спортсыларҙы ҡотланы

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Ирек Зариповты һәм Кирилл Михайловты Канадала 2010 йылғы Паралимпия уйындарында алтын миҙал яулауҙары менән ҡотланы.

Ирек Зариповҡа исемләнгән телеграммала шулай тиелә:

«Хөрмәтле Ирек Айрат улы!

Һеҙҙе Канадала 2010 йылғы X ҡышҡы Паралимпия уйындарында һоҡланғыс сығыш яһауығыҙ менән ихлас ҡотлайым!

Юғары олимпия форумында биатлон һәм саңғы уҙыштары буйынса яулаған алтын миҙалдарығыҙ – Һеҙҙең спорт батырлығы, ныҡышмалылыҡ һәм маҡсатҡа ынтылышлығығыҙ һөҙөмтәһе ул.

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм бөтә Рәсәй даны хаҡына яңынан-яңы спорт еңеүҙәре теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов».

Кирилл Михайловҡа адресланған телеграммала шулай тиелә:

«Хөрмәтле Кирилл Андреевич!

Һеҙҙе Канадала 2010 йылғы X ҡышҡы Паралимпия уйындарында һоҡланғыс сығыш яһауығыҙ менән ихлас ҡотлайым!

Юғары оҫталыҡ һәм профессионализм, маҡсатҡа ынтылышлылыҡ, патриотизм һәм еңеүгә ихтыяр көсө күрһәтеп, донъяның иң көслө биатлонсыларының ныҡышмалы һәм ауыр спорт көрәшендә алға сығып, Һеҙ Рәсәйҙең паралимпия йыйылма командаһы копилкаһына тос өлөш индерҙегеҙ.

Һеҙгә бының өсөн ихлас рәхмәтемде белдерәм һәм ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм бөтә Рәсәй даны хаҡына яңынан-яңы спорт ҡаҙаныштары теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть