10 декабрь, Шәмбе

16 март 2010 йыл, 16:11

58 701 страховкалаусы Пенсия фондына мәғлүмәт тапшырҙы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың район һәм ҡалаларының Рәсәй Пенсия фонды идаралыҡтарында 2009 йылға шәхси мәғлүмәттәр ҡабул итеү тамамланды. Башҡортостан буйынса Рәсәй Пенсия фондының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 58 701 страховкалаусы 2114000 эшләүсе гражданға мәғлүмәт тапшырған. Страховкалаусылар менән шәхси мәғлүмәт тапшырылған страховка түләүҙәренең дөйөм суммаһы 25 миллиардтан ашыу һумды тәшкил итә.

Мәғлүмәт йыйыу буйынса был кампанияла заманса мәғлүмәт технологияларын ҡулланыусы страховкалаусыларҙың иҫәбе артыуы билдәләнгән. 15 мең страховкалаусы быйыл (дөйөм иҫәптән 25%) электрон-цифрлы ҡултамға ҡулланған һәм Рәсәй Пенсия фондының территориаль органдарына  элемтәнең телекоммуникацион каналдары һәм контактһыҙ технологиялар ҡулланыу юлы менән 1627114 мәғлүмәт тапшырған (йәки дөйөм иҫәптән 77%). Республиканың 12 районында Рәсәй Пенсия фонды органдары мәғлүмәт йыйыуҙы 1 февралгә тиклем үк тамамлаған.

Шуның менән бергә Пенсия фондына страховка түләүҙәре индергән 317 страховкалаусы һәр эшсеһенә айырым мәғлүмәт тапшырмаған. Шәхси мәғлүмәт тапшырмаған бындай страховкалаусыларға ҡарата, ҡануниәткә ярашлы, Пенсия фондына иҫәп биреү йылында түләнергә тейешле сумманың 10 проценты күләмендә финанс санкциялар ҡулланыласаҡ.  

2010 йылдан алып мәғлүмәт тапшырыу тәртибе үҙгәрҙе. Страховкалаусыларға ике тапҡыр — беренсе ярты йыллыҡ өсөн 2010 йылдың 1-30 июлендә, икенсе ярты йыллыҡҡа 2011 йылдың 1 февраленә ҡәҙәр иҫәпләшергә тура киләсәк.  Ә 2011 йылдан мәғлүмәттәрҙе квартал һайын тапшырыу ҡаралған.  

2010 йылда хеҙмәткәрҙәренең уртаса иҫәбе 100 кешенән һәм 2011 йылда 50-нән ашһа, страховкалаусылар мәғлүмәттәрҙе электрон-цифрлы ҡултамға менән электрон формала тапшырырға бурыслы.