8 декабрь, Кесе йома

16 март 2010 йыл, 15:57

Халыҡ университеты ҡайтанан үҙ ишектәрен аса

автор: Евгений Рәхимҡолов

«Белем – өлкән быуындарға» халыҡ университеты яңы уҡыу йылын башлай. Өфөнөң Октябрь районы мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, занятиелар аҙна буйына барасаҡ.

Беренсе лекцияны бында кисә кисен уҡынылар. «Һаулыҡ һәм медицина белеме» факультета деканы Розалия Садиҡова һәм биология фәндәре докторы Зилә Сорағолова «Һаулыҡ сығанаҡтары: тәбиғәт дауаханаһы дауалаясаҡ», «Һыу һәм тормош, кеше сәләмәтлеге», «Беҙ — ашаған аҙығыбыҙ, эскән һыуыбыҙ» кеүек темалар буйынса занятиелар үткәрҙе, шулай уҡ һыуҙы таҙартыу технологиялары тураһында һөйләне.

Бөгөн халыҡ университеты теләүселәрҙең барыһын да «Баҡса» факультетына саҡыра. Бында ауыл хужалығы фәндәре докторы Гизәр Мансуров баҡсасыларға файҙалы кәңәштәр бирәсәк, йәшелсәләрҙе ниндәй сирҙәрҙән һаҡлау тураһында һөйләйәсәк.

Шаршамбы, 17 мартта, «Хоҡуҡ белемдәре» факультетында БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Вадим Зәйнуллин менән осрашыу планлаштырылған, ул республика парламентының республика Президенты Мортаза Рәхимовтың БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе положениеларын тормошҡа ашырыу буйынса эшмәкәрлеге тураһында һөйләйәсәк. Осрашыуҙы Халыҡ университеты ректоры, тарих фәндәре докторы Михаил Бикмеев үткәрәсәк.

Кесе йома, 18 мартта, «Эске һәм тышҡы сәйәсәт мәсьәләләре» факультетында лекция үткәрелә. Тарих фәндәре кандидаттары Виктор Болтушкин һәм Наталья Бобылева төрлө тарихсыларҙың Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына заманса интерпретация биреүҙәре, ошо осор менән бәйле факттарҙы боҙоп күрһәтергә маташыуҙары, шулай уҡ һуғыш йылдарында Ҡыҙыл тәренең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләйәсәк.

Халыҡ университетында занятиелар 16 сәғәттә башлана. Лекцияларға теләүселәрҙең барыһы ла саҡырыла.

темалар: мәғариф