10 декабрь, Шәмбе

16 март 2010 йыл, 14:28

Башҡорт хореографы Марат Кәримов Ҡазанда V Халыҡ-ара фестивалдә мастер-класс күрһәтә

автор: "Башинформ"

26 — 29 мартта Татарстан Республикаһының баш ҡалаһында хореография училищелары һәм мәктәптәренең V халыҡ-ара фестивале үтә.  «Татар-информ» агентлығының хәбәр итеүенсә, М.Жәлил исемендәге Татар академия дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһе Рәсәйҙең хореографик белем биреү йорттары уҡыусылары, шулай уҡ сит ил ҡунаҡтары өсөн бер нисә көнгә бейеү майҙанына әйләнә.

Быйыл ҡатнашыусылар исемлегендә А.Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы (Санкт-Петербург), И.Моисеев исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡарамағындағы мәктәп-студия , Белорус дәүләт хореография колледжы (Минск), шулай уҡ Пермь, Новосибирск, Краснодар, Башҡортостан, Һарытау, Воронеж һәм башҡа Рәсәй ҡалаларынан хореографик белем биреү йорттары бар.

Классик һәм халыҡ бейеүҙәре традицияһын һаҡлау, йәштәр араһында бейеү сәнғәтен пропагандалау, һәләтле йәштәрҙе табыу, уларҙың башҡарыу оҫталығын арттырыу форумдың төп маҡсаты иҫәпләнә.  

Фестиваль программаһына түбәндәгеләр инә: асыу һәм ябыу тантанаһы, ике концерт һәм йомғаҡлаусы гала-концерт. Хореографик училище һәм мәктәптәрҙең фестивале дауамында Р.Нуреев исемендәге Башҡорт хореография колледжының алдынғы педагогы Марат Кәримов һәм Марий Эл Республикаһының И.С.Палантай исемендәге Республика сәнғәт колледжы художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Марий Эл Республикаһының халыҡ артисы Константин Ивановтың мастер-кластары үтәсәк.

V Халыҡ-ара фестивалдең ойоштороу комитетын РТ Премьер-министры урынбаҫары – мәҙәниәт министры Зилә Вәлеева  етәкләй (уның  Башҡортостанда тыуыуын билдәләргә кәрәк).

Фестивалдә ҡатнашыусыларға дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.

Бындай беренсе Халыҡ-ара фестиваль Ҡазанда 2001 йылда ЮНЕСКО-ның «Балет теле – донъя теле» программаһы һәм I Йәш балет артистары халыҡ-ара конкурсы сиктәрендә үткәрелгәйне.